Яйыҡ
+21 °С
Ясно
Новости
10 Января 2020, 09:20

Ҡытайҙа еңеү яуланы

Учалынан Андрей Саженков боҙло һыуҙа йөҙөү буйынса Ҡытайҙа уҙған чемпионатта Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһап ҙур уңышҡа өлгәште. Экстремал спортсы 55-59 йәшлектәр төркөмөндә 100 һәм 500 метрлыҡ араға йөҙөп ике алтын миҙал яуланы. Әйткәндәй, ярышта донъяның алты иленән һәм Ҡытайҙың 54 төбәгенән 1500 спортсы ҡатнашҡан.Спортсылар Аньбанхэ йылғаһында йөҙгәндәр, был йылға ҡытайҙар өсөн изге һанала. Һыуҙың температураһы 0,5 градус булһа, һауа температураһы был мәлдә - 32 градусты күрһәтә.Чемпионат хужалары яҡташыбыҙҙы йылы ҡабул итәләр, ихласлыҡ һәм ҡунаҡсыллыҡ күрһәтәләр. Андрей Саженков иһә уларға Тыуған илебеҙ һәм Учалыбыҙ тураһында һөйләп ишеттерә. Яҡташыбыҙҙы ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Учалынан Андрей Саженков боҙло һыуҙа йөҙөү буйынса Ҡытайҙа уҙған чемпионатта Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһап ҙур уңышҡа өлгәште. Экстремал спортсы 55-59 йәшлектәр төркөмөндә 100 һәм 500 метрлыҡ араға йөҙөп ике алтын миҙал яуланы. Әйткәндәй, ярышта донъяның алты иленән һәм Ҡытайҙың 54 төбәгенән 1500 спортсы ҡатнашҡан.
Спортсылар Аньбанхэ йылғаһында йөҙгәндәр, был йылға ҡытайҙар өсөн изге һанала. Һыуҙың температураһы 0,5 градус булһа, һауа температураһы был мәлдә - 32 градусты күрһәтә.
Чемпионат хужалары яҡташыбыҙҙы йылы ҡабул итәләр, ихласлыҡ һәм ҡунаҡсыллыҡ күрһәтәләр. Андрей Саженков иһә уларға Тыуған илебеҙ һәм Учалыбыҙ тураһында һөйләп ишеттерә. Яҡташыбыҙҙы еңеүе менән ҡотлайбыҙ.
Читайте нас