Яйыҡ
+16 °С
Ясно
Новости
10 Января 2020, 11:10

Йылы туңдырма

Луиза Арсланованан "Йылы туңдырма" рецебы-0,5 литр кефир(минең 3,2%)-1/3 стакан ҡала ҡаймағы-1/2 стакан шәкәр-1 грамм ванилин-1 аш ҡалағы желатин

Желатинга йылы һыу өҫтәп (мин 1/3 стакан алдым) бүрттерергэ ултырттым. Кефир, ҡаймаҡ, шәкәр, ванильды 3 минут тирәһе миксер менән куперттем. Желатинды микроволновкала 5 секунд туктата-туктата болғай-болғай эҫе хәлгә килтерҙем. Ҡайнатырға ярамай!!! Әҙерәк һыуына төшкәс кефир ҡатнашмаһына ҡушып, тағын 3 минуттай күпертеп йәнегеҙ теләгән емеш-еләк ҡушығыҙ. Минең малай ҡурай еләге ҡушты, ҡыҙым ассорти эшләне. Мин айырым күк көртмәле (голубика), мүк еләге (клюква) һәм бер нәмә ҡушмай эшләнем. 2-4 сәғәткә һыуытҡысҡа ултыртырға. Файҙалы ла, тәмле лә ашамлыҡ әҙер. Тәме бик "нежный", нәзәкәтле генә килеп сыға. Күберәге кефир тип тә уйламаҫһын.Шулай уҡ картуф билмәне, ҡарабойҙай икмәге, ҡыҙыл көртмәленән (брусника) бәлеш менән яҡындарымды һыйланым.Ә икмәккә килгәндә, яңы йылдан бирле үҙем бешерә башланым. Ҡамырға гел дә бер үс манный ярмаһы, 1 балғалаҡ крахмал өҫтәйем ( ҡамыр серҙәре тураһында уҡыған бер китапта күргәндән бирле. Ҡамыр уңа, тиҙ ҡатмай тиелгән ине ахыры. Был юлы 1 стакан ҡарабойҙай онтаҡтарын(хлопья), тмин ҡуштым. Күберәген инде 1 стакан арпа онтаҡтарын йә арыш оно ҡушам.
Луиза Арсланованан
Читайте нас