Ҡаҙыны әҙерләү өсөн йылҡы түшкәһенән ҡаҙыһын һәм ялын киҫеп, айырып алалар. Итен дә мулыраҡ итеп ҡушып ҡырҡҡанда, ҡаҙылыҡ тәмлерәк була. Нәҙек эсәктәрҙе 60-70 сантиметр оҙонлоғонда ҡырҡып, осон бәйләп, эсенә төрлө тәмләткестәр менән аралаштырып йылҡының эс майын, итле ҡаҙыны тултыралар. Тоҙҙо бик әсе итмәй, самалап һалығыҙ, сөнки май бер аҙ кибеп, күләме кәмей. Аҙаҡтан эсәктең осон бәйләп, бер аҙ ҡайнар һыуҙа бешекләп алғанда, бешергән саҡта ысҡынып китмәҫме тигән ҡурҡыу булмаясаҡ.