Был хәл ял көндәрендә Салауат ҡалаһында булған. Үҫмер 2 йәрәхәт алған, берәүһен тегергә тура килгән. Малайҙың әсәһе әйтеүенсә, шапкаһы ҡалын булмаһа, хәл насарыраҡ тамамланыр ине.Үтеп барған кеше балаға өйөнә ҡайтырға ярҙам иткән. Хәҙер ата-әсә рәхмәт әйтеү өсөн уны эҙләй.— Һеҙгә ҙур рәхмәт, Хоҙай һеҙгә һаулыҡ бирһен! Үҙегеҙ хаҡында белдерегеҙ, зинһар, адресты иҫләйһегеҙ бит, - тип яҙған Зөлфиә.