Яйыҡ
+21 °С
Дождь
Новости
13 Января 2020, 13:20

Әбйәлилдә роботтар һыйыр һауасаҡ

Ғинуар аҙағында "Красная Башкирия" кооперативында 6 мең 400 квадрат метрлыҡ майҙанда ошондай тәүге комплекс асыла. Унда 12 һауынсы-робот ҡуйыласаҡ.

Әбйәлил районы башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Ғәлим Солтанов әйтеүенсә, бындай ҙур майҙанлы, тент менән ябылған, роботлаштырылған ферма Рәсәйҙә берәү генә.
Проект республика хөкүмәте ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Бөгөн аграрийҙар һөт фермалары өсөн роботлаштырылған техника алыуға 50 процент күләмендә субсидия менән файҙалана ала.
ЮлдашӘлфиә Хәмитова
Читайте нас