Яйыҡ
+21 °С
Ясно
Новости
13 Января 2020, 11:25

Бысаҡ менән сәнселгән йөклө ҡатынды һәм уның балаһын ҡотҡарғандар

Өфөлә эсенә бысаҡ менән сәнселгән йөклө ҡатынды һәм уның сабыйын ҡотҡарғандар.

Өфөнөң 3-сө бала табыу йортона 34 аҙналыҡ ауыры булған ҡатынды килтергәндәр. Бысаҡ ҡорһаҡ ярыһын, балаятҡыны, хатта тыумаған сабыйҙың ҡушар һөйәген йәрәхәтләгән. Табиптар уға операция яһаған. Әле ҡатын да, балаһы ла үҙҙәрен һәйбәт тоя.Операцияны анестезиолог-реаниматологтар Евгений Кукушкин һәм Владислав Романов, акушер-гинекологтар Альберт һәм Лиана Савиндар, 8-се ҡала дауаханаһы хирургы Алексей Широбоков эшләгән!Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Максим Забелин табиптарға рәхмәт белдерҙе. Афариндар!
Читайте нас