13 ғинуарҙа Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнә. 1703 йылдың тап ошо көнөндә Петр Беренсе указы менән Рәсәйҙең «Ведомости» гәзитенең тәүге һаны донъя күрә. Иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы 1991 йылда Рәсәй матбуғаты көнө булдырыла. Был байрам күп һөнәр эйәләрен — журналистарҙы, полиграфистарҙы, нәшриәтселәрҙе, баҫма продукцияны таратыусыларҙы берләштерә. Уларҙың барыһы ла үҙҙәренең хеҙмәте менән илдең берҙәм мәғлүмәт киңлеген тәьмин итә.Коллегаларыбыҙҙы һөнәри байрамдары уңайынан ҡотлайбыҙ, эштәрендә ижади уңыштар, ҡәләмегеҙҙең осло булыуын теләйбеҙ!