Яйыҡ
+26 °С
Ясно
Новости
14 Января 2020, 08:00

2020 һандарын ҡыҫҡартып яҙмағыҙ

Социаль селтәрҙәрҙә быйыл һәр төрлө документтар тултырғанда йылды ҡыҫҡартып яҙмаҫҡа кәңәш итәләр. Юристар ҙа был фекерҙе хуплай

Ғәҙәттә, беҙ документтарҙа датаны ҡыҫҡа итеп, мәҫәлән, 31.12.19 тип яҙырға күнеккәнбеҙ. Ә 2020-не ҡыҫҡартып, “20” тип кенә яҙыу ике осло булыуы ихтимал икән, сөнки уны дауам итеп, теләгән һанды өҫтәргә була. Миҫал өсөн: 13.01.20 тип яҙһаҡ, уны 13.01.2024 тип үҙгәртеү һис тә ҡыйын түгел.
Тормош булғас, төрлө хәлдәр булып тора. Мутлашыусылар, кеше иҫәбенә байырға маташыусылар ҙа етерлек. Шуға күрә һаҡ һәм уяу булайыҡ!
Читайте нас