– Ҡайһы бер ойошмалар ғинуар каникулдарында спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу тураһындағы законды боҙорға маташты, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Эске эштәр министрлығының рейд саралары һөҙөмтәһендә был ҡанунды боҙған 183 осраҡ асыҡланды. Депутаттар ҙа үҙ һайлау округтарында ошондай күренештәргә тап булған, “Халыҡ контроле” партия проекты әүҙемселәре лә был тикшереү эштәренән ситтә ҡалманы. Ошо ҡануниәтте ҡулланыу механизмын артабан камиллаштырыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ.
Парламент етәксеһе әйтеүенсә, ғинуарҙа Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ошо темаға арналған түңәрәк өҫтәл үткәреләсәк, унда депутаттар һәм эксперттар төрлө сығанаҡтарҙан килгән мәғлүмәтте дөйөмләштерәсәк һәм киләсәккә кәңәштәр эшләйәсәк.
“Республика халҡының күпселек өлөшөнөң ошо тыйыуҙы аңлап ҡабул итеүен һәм оҙайлы байрам осоронда был йәһәттән бер ниндәй ҙә уңайһыҙлыҡ һиҙмәүен күреп торҙоҡ бит”, – тине Константин Толкачев.