Яйыҡ
+16 °С
Ясна
Новости
14 Ғинуар 2020, 07:35

Ауылдарҙа дәртле халыҡ йәшәй

Ситтән мөғжизә көтөп ятҡансы, уны үҙең тыуҙыр, тигән әйтем йәшәй. Яңы йыл алдынан районда “Ауыдарҙы иң яҡшы биҙәү” конкурсы уҙғарыу матур йолаға әүерелде. Ауылдарыбыҙ халҡы ла байрамға ентекле әҙерләндерләр, биләмәләрҙә әкиәт төҫө булдырҙылар. Бигерәк тә Ахун, Яңы Байрамғол, Наурыҙ, Ураҙ, Туңғатар, Ҡотой, Иманғол, Сәфәр, Илсеғол ауылдары халҡы әүҙемлектәре менән айырылып торҙо.

Ситтән мөғжизә көтөп ятҡансы, уны үҙең тыуҙыр, тигән әйтем йәшәй. Яңы йыл алдынан районда “Ауыдарҙы иң яҡшы биҙәү” конкурсы уҙғарыу матур йолаға әүерелде. Ауылдарыбыҙ халҡы ла байрамға ентекле әҙерләндерләр, биләмәләрҙә әкиәт төҫө булдырҙылар. Бигерәк тә Ахун, Яңы Байрамғол, Наурыҙ, Ураҙ, Туңғатар, Ҡотой, Иманғол, Сәфәр, Илсеғол ауылдары халҡы әүҙемлектәре менән айырылып торҙо. Үҙ ҡулдары менән ысын мөғжизә тыуҙырҙы улар. Һәр ауылда байрам биҙәге шыршы, боҙ һындар ғына түгел, бәләкәстәргә рәхәтләнеп шыуыр өсөн тауҙар яһалған. Байрамды көтөп алыуҙары күренеп тора. Халыҡ ихлас тырышҡан, боҙ һындарҙың һәр береһе оло шедеврға тиң. Йорттары эргәһенә боҙ ҡаласыҡтары төҙөп, ауылдаштарына күтәренке кәйеф өләшеүсе уңған хужалар, хужабикәләр айырыуса маҡтауға лайыҡ. Былар барыһы ла халыҡтың матурлыҡҡа ынтылышын сағылдыра. Ауыл биләмәләрендә комиссия йөрөп, баһалап сыҡты. Еңеүселәр билдәләнде. Комиссия байрам ҡаласыҡтарының биҙәлешен, яҡтылыҡ элементтарын, иллюминацияларҙы, яңы йыл шыршыһының байрамса биҙәлешен, скульптура композицияларын, боҙ һындарҙы, әкиәт персонаждарын, ҡар тауҙарын баһаланы. Ҡаласыҡтарҙы асыу һәр ауылда күңелле байрам төҫөн алды. Халыҡ таланттарының сығышы, Яңы йыл тамашаһы, күңелле уйындар, спорт ярыштары һәр кемдең күңеленә хуш килде. Тәмле-татлы ризыҡтарҙан һығылып торған өҫтәл янында самауыр сәйе тәҡдим ителде. "Иң яҡшы яңы йыл биҙәлеше" номинацияһында гран-при һәм 50 мең һумлыҡ сертификатҡа Ахун ауылы Советы лайыҡ булды. Беренсе урынға Яңы Байрамғол ауыл биләмәһе сыҡты, уларға 30 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Икенсе урында - Наурыҙ ауыл Советы (20 мең һум), өсөнсөлә - амангилделәр (15 мең һум). Шулай уҡ конкурста актив ҡатнашҡандары өсөн Бөйҙө һәм Туңғатар ауыл биләмәләре дәртләндерелде. "Шәхси йортто байрамса биҙәү" номинацияһында беренсе урын һәм 10 мең аҡсалата бүләк Абҙаҡ ауылында йәшәүсе Тәскирә һәм Әхтәм Фәтҡуллиндарға тапшырылды. Икенсе урын һәм ете мең һум аҡса Бөйҙө ҡасабаһынан Зенфира һәм Айрат Зариповтар ғаиләһенә бирелде. Өсөнсө урынға лайыҡлы тип Яңы Байрамғол ауылынан Гөлдәр һәм Илгиз Мортазиндарҙың йорто табылды. Улар биш мең һум аҡса менән бүләкләнде. Конкурста актив ҡатнашҡандары өсөн шулай уҡ Сораман ауылынан Мөршиҙә һәм Сәхийәр Йосоповтар, Сәфәр ауылынан Ләйсән һәм Руслан Динисламовтар, Мулдаҡайҙан Асия һәм Дим Ғиззәтуллиндар, Илтабан ауылынан Вилә һәм Эдуард Сәфиуллиндар ғаиләләренә берешәр мең һум аҡса тапшырылды. Афарин, яҡташтар!Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Сысҡан, Сусҡа, өҫтәлдә ҙур самауыр - бөтәһе лә ҡарҙан эшләнгән. Егелгән атты күреп һушһыҙ ҡалырлыҡ хатта. Малҡай шундай оҫта эшләнгән, хәҙер үк санаға ултыр ҙа кит инде…Байрам үтте, ә яҡташтарыбыҙҙың эше әле лә ауылдарҙы йәмләп, балаларҙың шат тауышына күмелеп тора. Ошо тиклем дәрт, донъя көтөүгә сәм булғанда ауылдар йәшәйәсәк әле тип ышанаһы килә.
Читайте нас