Яйыҡ
+23 °С
Дождь
Новости
14 Января 2020, 08:20

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадала Учалы ҡыҙҙары һынатманы

9-11 ғинуарҙа Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада уҙҙы. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған сара өс көн дауамында Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында барҙы. Олимпиадала республиканың тиҫтәләгән район һәм ҡалаһынан 252 уҡыусы ҡатнашты. Учалы уҡыусылары ла һынатманы. Сарала ҡала-районыбыҙҙан туғыҙ кеше ҡатнашты. Өс уҡыусыбыҙ еңеүсе булды, ҡалғандары яҡшы һөҙөмтәләр менән тәүге унау исемлегенә инде. Олимпидала юғары һөҙөмтәләр күрһәткән еңеүселәрҙе һәм етәкселәрен ихлас ҡотлайбыҙ:-Ляпичева Елена, Учалы ҡалаһының 10-сы урта мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы Хужина Г.Н.) Ғәлиева Альбина, Иманғол урта мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы Мөбәрәкова А.Р) Засова Аделина, Учалы ауылы башҡорт гимназияһының 11класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы Хәкимова Г.А)

9-11 ғинуарҙа Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада уҙҙы. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған сара өс көн дауамында Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында барҙы. Олимпиадала республиканың тиҫтәләгән район һәм ҡалаһынан 252 уҡыусы ҡатнашты. Шул иҫәптән Ырымбур, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренән килгән 13 уҡыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән үҙ көсөн һынап ҡараны. Еңеүселәрҙе Мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова,М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Башҡорт дәүләт университеты профессорҙары, уҡыутыусылары тәбрикләне. Уҡыусыларға ҡиммәтле бүләктәр, дипломдар тапшырылды.
Учалы уҡыусылары ла һынатманы. Сарала ҡала-районыбыҙҙан туғыҙ кеше ҡатнашты. Өс уҡыусыбыҙ еңеүсе булды, ҡалғандары яҡшы һөҙөмтәләр менән тәүге унау исемлегенә инде.
Олимпидала юғары һөҙөмтәләр күрһәткән еңеүселәрҙе һәм етәкселәрен ихлас ҡотлайбыҙ:
-Ляпичева Елена, Учалы ҡалаһының 10-сы урта мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы Хужина Г.Н.) Ғәлиева Альбина, Иманғол урта мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы Мөбәрәкова А.Р) Засова Аделина, Учалы ауылы башҡорт гимназияһының 11класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы Хәкимова Г.А)
Ихлас күңелдән еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм тағы ла яңынан - яңы үрҙәр,еңеүҙәр теләйбеҙ!
Читайте нас