Быйыл республикала ҙур мөһим сараның уҙыуы көтөлә. 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем барасаҡ Мәҙәни Олимпиада булараҡ ойошторолған сараға 80-гә яҡын илдән өс меңдән ашыу кешенең килеүе көтөлә. Республика әлегә шартлы рәүештә 9 фестиваль округына бүленгән. Район һәм ҡалаларҙа 70 майҙансыҡ әҙерләнә. Концерттар ҡуйыласаҡ, шулай уҡ күргәҙмә, йәрминкәләр ойоштороласаҡ, милли уйындар үткәреләсәк.