Яйыҡ
+17 °С
Ясно
Новости
14 Января 2020, 12:25

Милләт ҡото - йолаларҙа

Һуғым мәле. Был осорҙа ауылдарҙа - байрам кәйефе. Йылға буйҙарында ҡатын-ҡыҙҙар шау-гөр килеп эсәк-ҡарын сайҡай, өйгә ҡот-бәрәкәт өҫтәп ҡаҙанда аш бешә. Тирә-йүнгә тәмле еҫ тарала. Һуғым осоро әүәл-әүәлдән халҡыбыҙ тормошоноң матур бер сағылышы һаналған. Ул - етеш тормош, именлек билдәһе. Туғандар, дуҫтар осрашып күңел асыуға бер сәбәп тә.

Һуғым мәле. Был осорҙа ауылдарҙа - байрам кәйефе. Йылға буйҙарында ҡатын-ҡыҙҙар шау-гөр килеп эсәк-ҡарын сайҡай, өйгә ҡот-бәрәкәт өҫтәп ҡаҙанда аш бешә. Тирә-йүнгә тәмле еҫ тарала. Һуғым осоро әүәл-әүәлдән халҡыбыҙ тормошоноң матур бер сағылышы һаналған. Ул - етеш тормош, именлек билдәһе. Туғандар, дуҫтар осрашып күңел асыуға бер сәбәп тә. Рафиҡ ауылында ла гөрләп Һуғым өмәһе уҙҙы. Ауыл халҡы берҙәм генә йыйылышып, староста Талип Мөхәмәтғәлиндың йылҡы малын салып, һуғым өмәһе йолаһын күмәкләп күрһәтте. Ауылдың ағинәйҙәр һәм ир-егеттәр ҡоро ошо байрамды матур ойошторҙо. "Халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын һаҡлау - милләтебеҙҙе лә һаҡлау", - тине Талип Әхәтйән улы.Ҡунаҡтарҙы пар аттарҙа ҡаршы алдылар. Иң тәүҙә тышта билмән менән һыйлағандан һуң, ҡатын-ҡыҙҙар шау-гөр килеп йылға буйына эсәк-ҡарын йыуырға төштөләр. Һуңынан ҡаҙы тултырыу буйынса мастер-класс ойошторолдо. Бынан тыш килендәр араһында һалма ҡырҡыу, "Иң тәмле бәлеш" конкурстары, ауыл шыршыһы янында милли уйындар ҙа үткәрелде. Хәрәм ризыҡтарһыҙ үткән Һуғым өмәһе йыр-бейеү менән аралашып барҙы. Рафиҡ ауылындағы өмәлә район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Алик Салахутдинов, социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, Учалы районы ҡоролтайы рәйесе Фәнил Бүләков та ҡатнашты. Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева, Учалы башҡорттары ҡоролтайының ата-әсәләр комитеты рәйесе Илдар Исхаков та ошо сараны ойоштороуҙа үҙ өлөшөн индерҙе. Ошо күңелле ваҡыттар бер миҙгел генә бит ул, һуғымдарҙы шатлыҡ, таҙалыҡ менән ашарға яҙһын!
Читайте нас