Яйыҡ
+30 °С
Ясно
Новости
14 Января 2020, 11:05

Миллионды эт урлағанмы?

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуарҙың эт ояһынан миллион һумы юғалғаны тураһында яҙғайныҡ. Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтсене эҙләргә тотонғас, был серле тарихтың яңы үҙенсәлектәре асыла башлаған.

Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтсене эҙләргә тотонғас, был серле тарихтың яңы үҙенсәлектәре асыла башлаған. Беренсенән, ир ысын күңелдән ғәжәпләнә: уның уҫал этенә кем яҡын барырға йөрьәт иткән? Һәр эт, сит кеше йорт биләмәһенә яҡынлай башлау менән өрөргә тотона, ә уның янына барыу ҡот осҡос шау-шыу тыуҙырырға тейеш һымаҡ.
Икенсенән, коттедж ихатаһында сит эҙҙәр булмаған, хоҡуҡ һаҡлау органдары ни бары ике шикле сепрәк киҫәген генә тапҡан (фотонан күренеүенсә, эшҡыуар ҙур участкала иркен йорт һәм башҡа хужалыҡ ҡоролмалары төҙөгән). Әллә Яңы йылды ихлас байрам иткән хужа 1,1 миллион һумын икенсе урынға йәшергәнен оноттомо икән? Ә бәлки оялағы байлыҡҡа этте яҡшы белгән эшҡыуарҙың яҡындары айыу майы һөрткәндер – бындай фараз да бар.
Ҡыҫҡаһы, эттең барлыҡ һорауҙарға яуап бирергә теле генә юҡ... Шуға хоҡуҡ һаҡлау органдарының һығымтаһын көтәйек.
Читайте нас