Уральск ҡасабаһында декабрь айы аҙағында тренер Х. Исламовтың яҡты иҫтәлегенә бағышлап ауыр атлетика буйынса беренселек үтте. Асыҡ турнир булғас, Учалы, Белорет ҡалалрынан спортсылар ҙа ҡатнашты, ярыш көсөргәнешле бара.
Үҙ ауырлыҡ категорияларында чемпиондар: Замир Зарипов, Артур Логинов, Руслан Ильясов, Айҙар Ғәлимов, Шамил Мөхәмәҙиев, Камил Мөхәмәҙиев, Айгиз Шаһибалов.
Ҡатын-ҡыҙар араһында Диана Низаметдинова, Рената Шаһиева, Валерия Леонтьева һәм Юлия Поповаларға етеүсе булмай. Афарин, ҡотлайбыҙ!
- Был ярыштарҙы хәҙер унынсы йыл үткәрәбеҙ, быйылғыһы ла юғары кимәлдә үтте, - ти ауыр атлетика буйынса тренер, спорт мастеры Вәзир Йәғәфәров. Грамота-миҙалдарҙан тыш, еңеүселәргә “MyPhone” - мобиль бәйләнеш аксессуарҙары (кәрәк-ярағы) салондарынан оҡшаған тауар алыу өсөн 300-500-700-1000 һумлыҡ сертификаттар таратыла. Ошо салондарҙы тотҡан, турнирға бағыусы булған эшҡыуар, уның уй-фекерҙәре тураһында яҙыу гәзит уҡыусыларға ла ҡыҙыҡ булыр тип уйлайбыҙ.
Айнур Ринат улы Ғәзизовҡа егерме туғыҙ йәш. Сығышы менән Килмәк ауылынан, Уральск мәктәбен тамамлай, әле ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй.
Үрҙә күрһәткән беренселеккә бағыусылыҡ булыуының үҙ әтнәкәһе бар икән. Беренсенән, мәктәптә уҡығанда ауыр атлетика менән ихлас шөғөлләнә. Ә икенсенән - “егет һүҙе бер була”. Аңлатып китәйек – Айнур мәктәптә уҡығанда гер күтәреү буйынса ярышта ҡатнаша. Еңә. Ләкин көтөлгән миҙал урынына грамота менән генә бүләкләйҙәр. Шул саҡ үҫмер егет, үҫеп еткәс байыйым да, берәй спорт ярыштарына бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтәсәкмен, тип үҙенә-үҙе һүҙ бирә. Һәм бына, моратына иреште.
Учалы тау металлургияһы колледжында уҡығанда уҡ ғилми эш менән шөғәлләнә, мобиль элемтә саралары ярҙамында үҫемлектәрҙе ситтән тороп һуғарыу системаһын да ҡоралар. Ошо проект менән юғары кимәлдәге конкурста беренсе урын ала. Әлеге магазиндары ла заман элемтәһенә бәйле булыуы бер ҙә осраҡлы түгел икән шул.
Шулай уҡ спорт инвентарын ҡуртымға биреү өлкәһендә шөғөлләнә. Эште бер вилсәпитте арендаға биреүҙән башлай ҙа, хәҙер ни, «UFA-Bike» прокат компанияһының әйләнеше йөҙәрләгән-йөҙөрләгән тапҡыр артҡан. Сәләмәт йәшәйеш алып барыуға ынтылыусылар күбәйә генә бара бит. Шул иҫәптән йүнсел яҡташыбыҙ Өфөлә һырғалаҡ ҡороп, ял итергә килеүселәрҙе коньки-фәлән менән тәьмин итә икән. Килем алырҙай бер форсатты ла ысҡындырмаҫҡа кәрәк, тип эш итә.
Үҙе әле лә спорттан айырылмай: йәйен- велосипедта елдереү, ҡыштарын – фитнесс-клуб.
- Спорт йәштәргә ныҡ кәрәк, - ти ул. - Әйтәйек, әрмегә барыу менән кемдең етди рәүештә шөғөлләнгәне, ә кемдең физкультура дәрестәренән ҡасып йөрөгәнлеге ап-асыҡ күренә. Әлбиттә, мөнәсәбәт тә ошоға ҡарап булдырыла. Ғөмүмән, спорт көс кенә түгел, сәм, дәрт-дарман бирә, һуңғыһы, бәлки, мөһимерәктер ҙә. Бына, эшҡыуарлыҡты киң йәйелдерергә нимә ҡамасаулай, тип һорайһығыҙ. Төп кәртә – ҡурҡыу, баҙнатһыҙлыҡ. Кеше ниндәйҙер шөғөлгә тотоноп та ҡарамайынса, үҙен-үҙе ҡурҡыта башлай торған: дәүләт эшенән киткәс нисек тамаҡ аҫрармын, клиенттар табылырмы, бурыс өсөн төрмәгә ултыртмаҫтармы һәм башҡа уйҙырмалар менән үҙен һүрелдерә. Иманым камил, һәр кемебеҙ йүнселлек менән уңышлы шөғөлләнә ала. Төп ике талап – теләгең көслө булып маҡсатыңа ынтылыу һәм сабыр итә белеү, ыңғай һөҙөмтәләр шундуҡ күренмәүе лә ихтимал бит. Ошо ике сифатты тап спорт менән шөғөлләнеү көсәйтә.
Әңгәмәнең аҙағында, һорай ҡуйҙыҡ – нисек уйлайһығыҙ, эшҡыуарлыҡты йәйелдереү тәңгәлендә дәүләт ярҙамы исем өсөн генә башҡарыламы, әллә, ысынлап та, юллауҙан мәғәнә бармы?
“Айырыуса тос дәүләт ярҙамы хәҙер тегегә тотонам, быға тотонам, тип хыялланыусыларға түгел, ә эшен башлаған һәм уңышлы алып барған эшҡыуарҙарға күрһәтелә, буғай”, - тип йылмайҙы Айнур Ринат улы. Ә үҙе төп өлөштә үҙ көсөнә генә иҫәп тоторға күнеккән. “Ятып ҡалғансы, атып ҡал!” әйтеменән сығып эш итергә күнеккән.