Яйыҡ
+16 °С
Дождь
Новости
14 Января 2020, 12:15

Йылдың беренсе бәпесе - малай!

Бына яңы йылға ла аяҡ баҫтыҡ. Барыбыҙҙың да кәйефе ифрат шәп. Ә бына ошо мәлдә сабыйҙары донъяға килгән әсәй-атайҙарҙың ҡыуаныстарын, уй-хистәрен әйтеп бөтөргөһөҙ. Учалы үҙәк ҡала дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан бөгөнгәсә ҡала-районда 18 бала донъяға килгән. 2020 йылдың тәүге сабыйы - Хәтимә һәм Ранис Насировтарҙың улдары, ул 1 ғинуар көнө 13.02 сәғәттә тәүге ауазын һалған. Табиптар араһында шундай ышаныу йәшәй - әгәр беренсе булып малай донъяға килһә, йыл уңышлы буласаҡ.

Бына яңы йылға ла аяҡ баҫтыҡ. Барыбыҙҙың да кәйефе ифрат шәп. Ә бына ошо мәлдә сабыйҙары донъяға килгән әсәй-атайҙарҙың ҡыуаныстарын, уй-хистәрен әйтеп бөтөргөһөҙ. Учалы үҙәк ҡала дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан бөгөнгәсә ҡала-районда 18 бала донъяға килгән. 2020 йылдың тәүге сабыйы - Хәтимә һәм Ранис Насировтарҙың улдары, ул 1 ғинуар көнө 13.02 сәғәттә тәүге ауазын һалған. Табиптар араһында шундай ышаныу йәшәй - әгәр беренсе булып малай донъяға килһә, йыл уңышлы буласаҡ. Табиптар әйтеүенсә, бала табыу бүлектәре өсөн байрам тигән төшөнсә юҡ, бында эш тәүлек әйләнәһенә дауам итә. Һәр ваҡыт сафта булырға кәрәк, сөнки донъяға яңы кешене ҡабул итеүҙән дә яуаплыраҡ бурыс юҡ. Бында һәр ваҡыт сабыйҙарҙың тәүге ауаздары яңғырап тора. -Бала табыу йорто хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтлебеҙ, уларҙың профессионализмы ярҙамында барыһы ла бик яҡшы үтте. Әсәгә һәм яңы тыуған сабый өсөн бында бөтә шарттар ҙа булдырылған, - тип тәьҫораттары менән бүлеште йәш әсә. - Бөтә сабыйҙарға ла бәхетле баласаҡ, ата-әсәйҙәренә һаулыҡ теләйем! Яңы йылда ғаиләләр ишәйһен, тыуған һәм тыуыр сабыйҙар һау-сәләмәт, ата-әсәле, бәхетле, ғүмерле булһын!Сабыйҙың әле исеме лә юҡ, иң мөһиме ул һау-сәләмәт һәм ғаиләлә көтөп алынған ҡәҙерле бала. Әсәһенең иһә шатлығы сикһеҙ, яңы йылға аяҡ баҫҡан тылсымлы мәлдә ошонан да ҙурыраҡ бүләк булыуы мөмкин түгел.Хәтимә үҙе ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Мәктәптән һуң Өфө күп профилле һөнәрселек колледжында тренерға уҡыған. 2019 йылда тормош иптәше Ранис менән ғаилә ҡороп, Учалы ҡалаһында йәшәй башлағандар. Ранис тау-байыҡтырыу комбинатында иретеп-йәбештереүсе булып хеҙмәт итә. Ҡатынын өрмәгән ергә ултыртмай. Киләсәктә, Аллаһ бойорһа, ҙур йорт төҙөп сығып, күп итеп балалар үҫтерергә хыяллана Насировтар. Әйткәндәй, йыл менән йыл алмашынған тарихи мәлдә Башҡортостанда 54 бала тәүге ауазын һала - 29 ҡыҙ һәм 25 малай. Сысҡан йылындағы тәүге бала 00 сәғәт 01 минутта тыуа. Беренсе ғинуар көнө республикала беренсе игеҙәктәр ҙә донъяға килә. Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә әлеге мәлгә 400 меңдән ашыу сабый донъяға килгән. Йортҡа йәм-нур өҫтәп бәпес ҡайта. Әҙәм балаһы өсөн шунан да ҙур ҡыуаныс бармы икән? Шәфҡәтле, бәхетле булып үҫһен улар.
Читайте нас