Яйыҡ
+17 °С
Ясно
Новости
14 Января 2020, 06:45

Закондар үтәлеше - беҙҙең бурыс

-Төп бурысыбыҙ - закон үтәлешен тәьмин итеү, бының өсөн 8 оператив хеҙмәткәрҙән, бер белестән торған коллективыбыҙ көсөн дә, ваҡытын дә йәлләмәй, - ти прокурор Илдар Ғилманов.

Һөнәри байрамдары айҡанлы Учалы район-ара прокуроры И.Р. Ғилманов менән осраштыҡ. Илдар Ринат улы 1981 йыл Күгәрсен районының Мраково ҡасабаһында тыуған. Атаһы Ринат Ноғоман улы ла прокурор булып оҙаҡ йылдар эшләй, шуға ла хеҙмәт династияһы дауам ителә, тип әйтерлек был осраҡта. Илдар Ринат улы Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, 2003 йылдан прокуратура органдарында хеҙмәт итә. Өфөнөң Орджоникидзе районы прокуроры ярҙамсыһы, Өфө прокурорының өлкән ярҙамсыһы, Өфө районы прокуроры урынбаҫары, 2015-2019 йылдарҙа – Архангель районы прокуроры, былтырғы йәйҙән – Учалы район-ара прокуроры. Юстицияның өлкән советнигы дәрәжәһенә еткән.Өйләнгән, ике бала атаһы. Быға тиклем Учалыға бала сағында ҡунаҡҡа ғына килгәне булған. Дөйөм һандар менән әйткәндә, былтыр район-прокуратура 778 тикшереү үткәрә, 323 күрһәтмә бирә, законға тура килмәгән 117 хоҡуҡ актын ғәмәлдән сығарта, граждандарҙың 967 мөрәжәғәте ҡарала һәм башҡа. Халыҡ күберәген хеҙмәт, торлаҡ, коммуналь хужалыҡ ҡануниәтенә бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт иткән. -Һәр райондың үҙенсәлектәре була, Учалыла файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар, урман ресурстары, браконьерлыҡ тәңгәлендә көсөргәнешлерәк эшләргә тура килә, - ти Илдар Ринат улы, - Наркомандарҙың сағыштырмаса күп булыуы ла һағайта. Бер яҡтан, күп тотолалар икән, тимәк, көрәш аяуһыҙ алып барыла. Ә икенсе яҡтан, бәләкәй генә ҡалала был ҡурҡыныс күренеште тамырынан ҡороторға мөмкин, тип уйлайым. Төп баҫымды ҡулланыусыларҙан да алда һатыусыларға йүнәлтеү зарур. Был көрәштә киң йәмәғәтселектең ҡушылыуы ла ҙур роль уйнай алыр ине. Яңы прокурорҙы Учалы районында яуыз ниәттә ут төртөүҙәр күп булыуы ла борсолдора. Ҡәтғи рәүештә иҫкәртте: “ Конкрет хәл-шарттарға ҡарап, ут төртөү кеше үлтереп маташыу, тип баһаланыуы бик тә ихтимал!” Шулай уҡ юлбаҫарлыҡ осраҡтары сағыштырмаса йыш булыуын билдәләп үтте. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәр булғылай. Әйтәйек, бер яҡташыбыҙ микрозайм учреждениеһына кредитты ҡайтара алмағас, ҡулына бысаҡ тотоп һәм битлек кейеп, уларҙың фәҡәт үҙҙәрен талай. Һәм икенсе көнөнә шунда уҡ килеп, талап алған аҡса менән хәжәтте түләй. Әлбиттә, тотолдо. -Төп бурысыбыҙ - закон үтәлешен тәьмин итеү, бының өсөн 8 оператив хеҙмәткәрҙән, бер белестән торған коллективыбыҙ көсөн дә, ваҡытын дә йәлләмәй. Ниндәйҙер йүнәлеште өҫтөнлөклө, тип әйтеү бигүк дөрөҫ булмаҫтыр, шулай ҙа, хоҡуҡ һаҡлау органдарының эшмәкәрлегенә контроль һәм талап көсәйтелә барасаҡ. Коррупция, террорсылыҡ һәм экстремизмға ҡаршы көрәш тә көн ҡаҙағында булырға тейш. Төптән алғанда, закондарҙың теүәл үтәлеүе – һәр граждандың мәнфәғәтенә яуап бирә. Шуға ла, закон боҙолу тураһында хәбәрҙәрһегеҙ икән, тартынмағыҙ, район-ара прокуратураға мөрәжәғәт итегеҙ. Адресыбыҙ: 453700, БР, Учалы ҡалаһы, Тәүтөҙөүселәр урамы, 13-сө йорт. Ҡабул итеү бүлмәһенең телефон номеры :(8-34791) 6-03-65. Интернеттағы рәсми сайт -https://uchali.procrb.ru/. Уңайы менән файҙаланып, бөтә прокуратура органдары ветерандарын һөнәри байрам менән ҡотлайым, һауылыҡ, именле ғүмер теләйем! – тип тамамланы әңгәмәне район-ара прокурор. Илфат Янбаев.
Читайте нас