Мәсьәлә республика хөкүмәте президиумы ултырышында ҡаралды. Байрамдың төп саралары 8-9 майға тура килә. Өфөлә сәнғәт оҫталарының ҙур концерты ойошторола. «Үлемһеҙ полк» үткән мәлдә иһә тынлы оркестрҙар марш-парады ла уҙғарыла. Быйыл колоннаның башында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарҙың яҡындарына урын бирелә. Кискеһен «Торатау» конгресс-холлы амфитеатрында «Йырыбыҙ Еңеү тураһында» тип аталған концерт, хор флеш мобы, лазер шоуы һәм салют ойоштороу күҙаллана.