Эльвира Шәйәхмәтова Межгорье ҡалаһында хат ташыусы булып эшләй. Ошо көндәрҙә ул бер йортҡа почта килтергән һәм подъезға ингәс, икенсе ҡатта төтөн сығыуын күреп ҡалған, ҡысҡырған тауыштар ишеткән. Эльвира юғалып ҡалмаған, ҡаттар буйлап йүгереп йөрөп, һәр фатирҙың ишегенә шаҡыған һәм кешеләргә тиҙ арала тышҡа сығырға ҡушҡан. Икенсе подъезда ауыр сирле пенсионер йәшәгәнен иҫенә төшөрөп, Эльвира шунда йүнәлгән һәм яңыраҡ операция эшләтеү сәбәпле үҙ аллы йөрөй алмаған инәйгә сығырға ярҙамлашҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы Эльвираға ҡыйыулығы өсөн рәхмәт белдергән."Башҡортостаным".