Яйыҡ
+16 °С
Дождь
Новости
15 Января 2020, 12:30

Холодец

Был ризыҡты һуғымдың баш-тояғынан әҙерләйҙәр. Баш-тояҡ итен (һөйәктәре менән бергә) 2 сәғәт ҡайнаталар. Аҙаҡ һурпаны һөҙәләр, итте һөйәгенән айырып ваҡлап турайҙар, һурпаға һалып тағы ла ҡайнатырға ҡуялар.

Был ризыҡты һуғымдың баш-тояғынан әҙерләйҙәр. Баш-тояҡ итен (һөйәктәре менән бергә) 2 сәғәт ҡайнаталар. Аҙаҡ һурпаны һөҙәләр, итте һөйәгенән айырып ваҡлап турайҙар, һурпаға һалып тағы ла ҡайнатырға ҡуялар. Борсаҡлы борос, тоҙ, лавр япрағы, һыуған һалып тағы ла 30 минут ҡайнаталар. Оҡшатҡан кешеләр алдан бүрттерелгән дөгө ярмаһы ла һалалар. Әҙер ризыҡты матур формалы һауытҡа һалалар ҙа 4-5 сәғәткә һыуыҡҡа ҡуялар.Бер йылды әсәйем бер юлы баш-тояҡтарҙы бер юлы күп итеп бешерҙе лә ҡойҡаны быҡтырылған итте япҡан кеүек итеп 0,7 литрлы банкаларға һалып тимер ҡапҡастар менән япты. Улар бик оҙаҡ һаҡланды, ҡала ерендә йәшәгән тыуған-тыумасаларға ла күстәнәскә бирергә йәтеш булды.Гөлнур Ҡыуатова.
Читайте нас