Яйыҡ
+20 °С
Дождь
Новости
15 Января 2020, 09:35

Операцияны робот-хирург яһай

Һәр хирург өсөн робот-хирург ҡорамалында эшләү - оло мәртәбә. Лапароскопияның яңы алымын 3д форматта экран аша күҙәтергә мөмкин.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы республикала бихисап эштәр башҡарыла. Яңы технологиялар, аппараттар, компьютерҙар табиптарға ярҙамға килде.
БДМУ клиникаһы табип-онкологы Илнур Солтанов әйтеүенсә, сирҙе башланғыс стадияла операция яһап еңеп сығырға мөмкин, клиникала күп операциялар робот Да Винчи ҡоролмаһында эшләнә. Һәр хирург өсөн робот-хирург ҡорамалында эшләү - оло мәртәбә. Лапароскопияның яңы алымын 3д форматта экран аша күҙәтергә мөмкин.
Хәҙер онкология сирҙәрен иртә осорҙа асыҡлаған медицина хеҙмәткәрҙәренә биш мең һум күләмендә премия ла тапшырыла башланы. Тәүге звено кадрҙарының квалификацияһын күтәреү, эш шарттарын яҡшыртыу пациенттарға иғтибарлы ҡарашты арттырырға ярҙам итер тип ышанғы килә.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас