Яйыҡ
+17 °С
Ясно
Новости
15 Января 2020, 09:20

Путинды сығышын урамдағы экрандарҙан ҡарарға була

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе Мәскәү буйынса ҙур экрандарҙа күрһәтелә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе Мәскәү буйынса ҙур экрандарҙа күрһәтелә.
Хәбәр итеүҙәренсә, Мөрәжәғәтнамәгә “мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү” өсөн Үҙәк телеграф, “Космос” ҡунаҡханаһы, Яңы Арбаттағы 28-се йорт, шулай уҡ “Китап йорто” бинаһы, “Октябрь” кинотеатры һәм “Ереван-Плаза” сауҙа үҙәге фасадындағы экрандар файҙаланыла.
Йәмәғәт халыҡ фонды Башҡарма комитеты етәксеһенең мәғлүмәт сәйәсәте буйынса урынбаҫары Ирина Плещева әйтеүенсә, Рәсәй лидерының Мөрәжәғәтнамәһен күләмле итеп тапшырыу идеяһы дәүләт башлығының матбуғат конференцияһын ил китапханаларында тикшергәндән һуң тыуған.
Мөрәжәғәтнамә шулай уҡ аэропорттарҙа, Мәскәүҙәге бар һәм кафеларҙа тапшырыла. Адыгея халҡы уны шулай уҡ поликлиникаларҙа һәм күп йүнәлешле үҙәктәрҙә ҡарай аласаҡ. Бынан тыш, Мөрәжәғәтнамә МКС-та ла күрһәтелә.
Лилиә Дәүләтбәкова
#ВладимирПутин
Читайте нас