"Как пух" тигән ҡамыр рецепты интернет киңлегендә күптәнән йөрөй, "татыу ғаилә" күмәстәрен бешереү өсөн тап шул рецепты ҡулланырға булдым һәм ысынлап та ҡамыр мамыҡ кеүек ныҡ ҡабарып йомшаҡ ҡына булып беште, былары ла минең заказ буйынса аят табынына бешерелгән, бик матур булып бештеләр. Үҙем ниндәй күләмдә бешерҙем шулай яҙам, яртышар аҙыраҡ алырға мөмкин әгәр ҙә күп бешереү кәрәкмәһә :- 500 г кефир 3.2% ж. - 1 стакан көнбағыш майы (200 г) - 1 сәй ҡалағы йәки бер пакетик (11 г.) ҡоро сүпрә (сухие дрожжи) - 1 сәй ҡалағы тоҙ - 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо - 6 стакан он Ошоларҙан тап-тамам ғына йомшаҡ ҡамыр килеп сыҡты. Кефир менән көнбағыш майын ҡушып газда әҙерәк йылытып алырға, тоҙ һәм шәкәр ҡомо ҡушырға. Иләнгән онға ҡоро сүпрәне һалып бутап кефирлы шыйыҡсаға һалып ҡамыр баҫырға, өҫтөн целлофан менән ҡаплап ярты сәғәт самаһы ваҡытҡа йылы урынға ҡабартырға ҡуйырға, мин оҙағыраҡ ваҡыт тоттом. Әгәр ҙә әллә ни кабармаған кеүек тойолһа, табаға күмәстәрҙе эшләп ҡуйып өҫтөн ҡаплап торғандан һуң да бик яҡшы ҡабара. Табалағы ҡабарған күмәстәр өҫтөнә бер йомортҡаны һытып кисточка менән һөртөп сыҡтым, шулай итһәң бешкән тәмлекәстәр матур ҡыҙғылт төҫлө була.Эслеге миндә ит турағыс аша үткәрелгән курага менән алма һәм лимон джемы. Ҡыҙыу мейестә (180 - 200°) тиҙ генә бешеп сыҡтылар, өҫтәре матур төҫ алып ҡыҙарғас та алдым. Был ҡамыр үҙенә күрә универсаль да, һәр-төрлө ҡамыр аштарына бара : пицца, бәлештәр, пирожкиләр, булочкалар, булочки бешергәндә шәкәрҙе күберәк өҫтәргә һәм эретелгән маргарин йәки май ҡушырға. - 500 г кефир 3.2% ж. - 1 стакан көнбағыш майы (200 г) - 1 сәй ҡалағы йәки бер пакетик (11 г.) ҡоро сүпрә (сухие дрожжи) - 1 сәй ҡалағы тоҙ - 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо - 6 стакан он Ошоларҙан тап-тамам ғына йомшаҡ ҡамыр килеп сыҡты. Кефир менән көнбағыш майын ҡушып газда әҙерәк йылытып алырға, тоҙ һәм шәкәр ҡомо ҡушырға. Иләнгән онға ҡоро сүпрәне һалып бутап кефирлы шыйыҡсаға һалып ҡамыр баҫырға, өҫтөн целлофан менән ҡаплап ярты сәғәт самаһы ваҡытҡа йылы урынға ҡабартырға ҡуйырға, мин оҙағыраҡ ваҡыт тоттом. Әгәр ҙә әллә ни кабармаған кеүек тойолһа, табаға күмәстәрҙе эшләп ҡуйып өҫтөн ҡаплап торғандан һуң да бик яҡшы ҡабара. Табалағы ҡабарған күмәстәр өҫтөнә бер йомортҡаны һытып кисточка менән һөртөп сыҡтым, шулай итһәң бешкән тәмлекәстәр матур ҡыҙғылт төҫлө була.Эслеге миндә ит турағыс аша үткәрелгән курага менән алма һәм лимон джемы. Ҡыҙыу мейестә (180 - 200°) тиҙ генә бешеп сыҡтылар, өҫтәре матур төҫ алып ҡыҙарғас та алдым. Был ҡамыр үҙенә күрә универсаль да, һәр-төрлө ҡамыр аштарына бара : пицца, бәлештәр, пирожкиләр, булочкалар, булочки бешергәндә шәкәрҙе күберәк өҫтәргә һәм эретелгән маргарин йәки май ҡушырға.