Уҙған шәмбе көндө Учалы районында 10 йәшлек бала тубығын сыя. Кискә табан уның хәле бөтөп, аяҡ-ҡулдарына таптар сыға, аҙаҡ башы шешенә башлай. Улы өсөн ҡото осҡан әсә, такси саҡыртып, егерме саҡрымдағы ҡалаға юлға сыға, тип хәбәр итә ProUfu порталы. Көс-хәл менән дежур табипҡа эләгәләр. Температураһы күтәрелгән малай ауыртыныуҙан түҙә алмай ҡысҡыра башлағас, ауыртыуҙы баҫа торған укол эшләй башлайҙар. Яҡындары баланы ауыртыныуҙы күтәрә алмай үлеп китер, тип ҡурҡа.
Алмастың ағаһы хәбәр итеүенсә, кисә баланы Республика балалар клиник дауаханаһына килтереп еткергәндәр. Уны тейешле бүлексәгә урынлаштырып, дауалай башлағандар. Баланың сәләмәтлеге - тәжрибәле белгестәр ҡулында. Дауалауҙың ике аҙнанан ике айға тиклем һуҙылыуы ихтимал. Бөтәһе лә яҡшы булыр, оҙаҡламай Алмас һауығып, йәштәштәре менән мәктәпкә йүгерер, тип өмөтләнәбеҙ. Сабыйға һаулыҡ, яҡындарына сабырлыҡ теләйбеҙ.