Башҡортостанда янғын иҫкәртеү ҡоролмалары 342 кешенең ғүмере һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ иткән. Уларҙың 134-е балалар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты 2016 йылдан алып барылған эш һөҙөмтәләрен иғлан итте. Быйыл иһә, март айынан янғын иҫкәртеү ҡоролмалары бала табыу йортонда сабыйға бирелә торған бүләк менән ҡуша тапшырыла. Янғын иҫкәртеү ҡоролмалары һәр ғаиләлә булырға тейеш", - ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.