Яйыҡ
+19 °С
Ясно
Новости
16 Января 2020, 12:15

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнөн билдәләйәскбеҙ

Йыл һайын 13 ноябрҙә тағы бер иҫтәлекле көндө байрам итәсәкбеҙ. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнөн билдәләү тураһындағы мәсьәләне төбәк парламенты ултырышында 30 ғинуарҙа ҡараясаҡтар.

Йыл һайын 13 ноябрҙә тағы бер иҫтәлекле көндө байрам итәсәкбеҙ. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнөн билдәләү тураһындағы мәсьәләне төбәк парламенты ултырышында 30 ғинуарҙа ҡараясаҡтар.
-Был сара дивизияның данлы үткәне тураһындағы иҫтәлекте киләһе быуындар өсөн һаҡлауға, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары батырлығын пропагандалауға йүнәлтелгән, - тигән аңлатма бирҙе Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Уның әйтеүенсә, тәүҙә был байрамды ял көнө итергә лә уйлағандар, әммә депутаттар республика иҡтисадына зыян килтермәҫ өсөн был идеянан баш тартҡан. Башҡортостанда былай ҙа ял көндәре етерлек, Рәсәйҙәгенән өс көнгә күберәк ял итәбеҙ. Төбәктә барлығы алты иҫтәлекле көн булдырылған, яңыһы менән етәү буласаҡ.
Читайте нас