Яйыҡ
+14 °С
Болотло
Новости
16 Ғинуар 2020, 07:20

Ҡаршылыҡтарға бирешмәй

Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының экспортҡа продукция етештереүҙе арттырыуға арналған кәңәшмәлә эшҡыуарҙар алдында Дәүләт комитеты етәксеһе Руслан Мирсаяпов, уның урын­баҫары Лена Изотова, республиканың сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев, ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов, “Баш­ҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы” союзы президенты Тимур Хәкимов һәм башҡалар сығыш яһаны. Донъя баҙарына йылдамыраҡ сығыуҙы тотҡарлаған сәбәптәр итеп улар түбәндәгеләрҙе билдәләне:– предприятиеның күберәк эске баҙарға йөҙ тотоуы;– донъялағы конъюнктураның тиҙ үҙгәрә барыуы;– сикләү саралары;– таможня эшенең үҙенсәлектәре;– иҫәпләү һәм статистик мәғлүмәт туплауҙың төрлөсә эшләнеүе. Мәҫәлән, аграр тармаҡта экспорт күләмен иҫәпләү ошо продукция етештерелгән урын (әлеге осраҡта – Башҡортостан) буйынса түгел, ә экспортерҙың юридик адресына ҡарап башҡарыла.Һөҙөмтәлә быйылғы туғыҙ айҙа ҡайһы бер тауар төркөмдәре буйынса экспорттың кәмей төшөүенә юл ҡуйылған. Улар араһында быяла һәм унан эшләнгән әйберҙәр (22 процентҡа аҙайған), металл әйберҙәр (19,7 процентҡа) һәм минераль продукттар (12,4 процентҡа) бар.

Эшҡыуарҙар алдында Дәүләт комитеты етәксеһе Руслан Мирсаяпов, уның урын­баҫары Лена Изотова, республиканың сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев, ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов, “Баш­ҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы” союзы президенты Тимур Хәкимов һәм башҡалар сығыш яһаны. Донъя баҙарына йылдамыраҡ сығыуҙы тотҡарлаған сәбәптәр итеп улар түбәндәгеләрҙе билдәләне:– предприятиеның күберәк эске баҙарға йөҙ тотоуы;– донъялағы конъюнктураның тиҙ үҙгәрә барыуы;– сикләү саралары;– таможня эшенең үҙенсәлектәре;– иҫәпләү һәм статистик мәғлүмәт туплауҙың төрлөсә эшләнеүе. Мәҫәлән, аграр тармаҡта экспорт күләмен иҫәпләү ошо продукция етештерелгән урын (әлеге осраҡта – Башҡортостан) буйынса түгел, ә экспортерҙың юридик адресына ҡарап башҡарыла.Һөҙөмтәлә быйылғы туғыҙ айҙа ҡайһы бер тауар төркөмдәре буйынса экспорттың кәмей төшөүенә юл ҡуйылған. Улар араһында быяла һәм унан эшләнгән әйберҙәр (22 процентҡа аҙайған), металл әйберҙәр (19,7 процентҡа) һәм минераль продукттар (12,4 процентҡа) бар.Айырым тауарҙар, киреһенсә, ошо уҡ осорҙа экспорттың үҫеүенә булышлыҡ иткән: азот ашламалары, ациклик углеводородтар һәм битум әйберҙәр, аш содаһы, поливинилхлорид, ОSВ плитәһе һәм фанера, үҫемлек майы, мал аҙығы, шыйыҡлыҡ һурҙырғыстары һәм арматура.– Рәсәйҙең ауыл хужалығы тармағы һуңғы йылдарҙа экспорт күләмен ике тапҡырға арттырҙы һәм уның мөмкинлектәре лә киңәйә, – тине сығышында “Рәсәй тимер юлдары. Логистика” акционерҙар йәмғиәте директоры урынбаҫары Сергей Миназов. – Күптән түгел беҙ, мәҫәлән, Рязань ҡалаһы станцияһынан Ҡытайға 41 вагон он тейәп оҙаттыҡ. Башҡортостанға бының ни ҡыҫылышы бар тиһегеҙме? Һеҙ тап ошо юлда урынлашҡанһығыҙ һәм “Агроэкспресс”ҡа өҫтәмә вагондар таҡтырып ебәрә алаһығыҙ. Өфөләге Черниковка станцияһында ундай техник мөмкинлек бар.Донъя баҙарына сығарылған продукцияның төп өлөшөн, тәбиғи, сәнәғәт продукцияһы алып тора. Әгәр ҙә 2017 йылдың 31 декабренә ҡарата республикала етештерелгән конкурентлыҡҡа һәләтле сәнәғәт продукцияһының өлөшө 1 828,6 АҠШ доллары тәшкил итһә, быйылғы туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса ул 2 081,1 миллион долларға етте, киләһе йыл был күрһәткес 2 290,1 миллион булыр, ә 2024 йылға 3 315,7 миллион долларға тиңләшер тип күҙаллана.– Донъя баҙарында көнәркәшлек ҙур икәнлеге бәхәсһеҙ, шуға күрә конкурент­лыҡҡа һәләтлелекте күтәреү буйынса корпоратив программа ҡабул ителде, – тине кәңәшмәлә республиканың сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев. – Бында, әлбиттә, сит илдәргә һатырлыҡ продукция сығарыу тураһында ғына һүҙ бармай, илдең эске баҙары ла сифатлы тауарҙарға мохтаж. Корпоратив программаның аныҡ һәм барлыҡ компаниялар иғтибарына еткерелгән механизмы эшләнде: тәүҙә предприятиелар ғариза бирә, уларҙы федераль кимәлдә Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, ә төбәк әһәмиәтендә булған етештереүселәрҙе ил субъектының вәкәләтле органы һайлап ала, артабан уларҙың лайыҡлы тип табылғандары ведомство-ара комиссия төҙөгән исемлеккә индерелә, шунан был предприятиелар банктан ташламалы процент менән финансланыу мөмкинлеге һәм программала ҡаралған башҡа дәүләт ярҙамын ала башлай.Дөрөҫ, бындай предприятиелар дәүләт ярҙамын алып һәм уны үҙ технологиялары өсөн тотоноп ҡына ҡала алмай, ә бының өсөн отчет тоторға ла бурыслы, йәғни улар өсөн яуаплы осор башлана ғына әле. Нигеҙ күрһәткесе итеп был механизмда 2017 йыл йомғаҡтары алынған. Предприятие ошо осорҙан алып экспорт күләмен нисек арттыра барыуы тураһында Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына йыл һайын отчет биреп торасаҡ.Әгәр ҙә предприятие программаның үтәлеше буйынса ыңғай һөҙөмтә күрһәтә алмаһа, министрлыҡ уны ташламалы хаҡҡа финанслаған банкты субсидиялауҙы туҡтатып тора. Предприятие ағымдағы йылдың аҙағына саҡлы һөҙөмтә күрһәткесенең артта ҡалыуын бөтөрә алмаһа, министрлыҡ программала ҡаралған килешеүҙе өҙә.Корпоратив программаға ярашлы, төбәк әһәмиәтендәге етештереүселәр исемлегенә Башҡортостандың түбәндәге предприятиелары инә алды:“Башҡортостан сода компанияһы”, “Салауатстекло”, “Красный пролетарий”, “Ишембай махсуслашҡан химик ката­лизаторҙар заводы”, “ОЗНА – үлсәү приборҙары”, “Стеклонит”, “Стәрле­тамаҡ нефть химияһы заводы” акцио­нерҙар йәмғиәттәре, “Өфөмебель”, “Поток – Торба компанияһы”, “Акрил Салауат”, “РН-кат”, “Көньяҡ Урал үлсәү заводы”, “Башҡортостан быяла ком­панияһы”, “Стәрлетамаҡ катали­за­торҙар заводы”, “Рус Купорос ком­панияһы” яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәттәре.
Читайте нас