Ғөмүмән алғанда был махсус транспортты "Мәҙәниәт" милли проектының "Мәҙәни мөхит" федераль проекты буйынса алыу ҡаралған. Мобиль комплекстарҙың дөйөм хаҡы 23 млн һум, уның 20 миллион һумы федераль бюджеттан бүленгән.Автоклубтар Баймаҡ, Йылайыр, Ҡариҙел, Нуриман һәм Тәтешле райондарында быйылдан эшләй башлаясаҡ. Машиналар күп функциялы, уларҙа тауыш һәм яҡтылыҡ ҡорамалдары, экран һәм шылдырылмалы сәхнә бар. Автоклубтар ярҙамында төпкөл ауылдарға һәм кеше йәшәгән урындарға барып, мәҙәни саралар уҙғарып буласаҡ.