Яйыҡ
+15 °С
Облачно
Новости
16 Января 2020, 13:25

Башҡорт теле – уяныу, илһамланыу йылы

Башҡортостанда башҡорт теле йылы буйынса саралар планы раҫланды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ошо план буйынса райондарға үҙ тәҡдимдәрен ебәрә.

Башҡортостанда башҡорт теле йылы буйынса саралар планы раҫланды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ошо план буйынса райондарға үҙ тәҡдимдәрен ебәрә. “Һәр ай башҡорт теле йылына арнала һәм ул ҙур әһәмиәткә эйә. Туған телде республикала өйрәнеүҙән тыш, уны Башҡортостандан ситтә лә үҫтереү буйынса эштәр алып барабыҙ”, - ти президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова. Башҡорт теле йылы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителде. Республика башлығы Радий Хәбиров был тәҡдимде хуплап сыҡты.
Читайте нас