Яйыҡ
+19 °С
Облачно
Новости
16 Января 2020, 07:25

Башҡортостанда экспортты арттырыу мөмкинлектәре ҙур

Байтаҡ төр продукция буйынса беҙҙең республика донъя баҙарына еңел үтеп инә һәм билдәлелек алған. Улар иҫәбендә кальцийланған сода, синтетик каучук, бензол, көкөрт һәм башҡаларҙы күрһәтергә мөмкин. Ә терефталь һелтеһе, фенол рәүешендәге “Агидол” буйынса Башҡортостан берҙән-бер етештереүсе булып тора.

Байтаҡ төр продукция буйынса беҙҙең республика донъя баҙарына еңел үтеп инә һәм билдәлелек алған. Улар иҫәбендә кальцийланған сода, синтетик каучук, бензол, көкөрт һәм башҡаларҙы күрһәтергә мөмкин. Ә терефталь һелтеһе, фенол рәүешендәге “Агидол” буйынса Башҡортостан берҙән-бер етештереүсе булып тора.Башҡортостандың экспортты арттырыу мөмкинлектәре ҙур, – тине республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лена Изотова. – Тәбиғи, был сеймал тармаҡтарына ғына ҡағылмай. Мәҫәлән, машиналар эшләү комплексы турбореактив двигателдәр, пассажир автобустары һәм тармаҡтың башҡа предприятиелары төрлө продукция тәҡдим итә ала. Ундайҙар иҫәбендә Туймазы автобетоновоздар, Өфө “Гидравлика”, Күмертау авиация предприятиеһын атарға мөмкин. Был мөһим йүнәлештә республикабыҙҙың муниципаль берәмектәре лә әүҙем ҡатнаша ала.Беҙҙең баҫыуҙар Европа баҙарында танылаЭйе, ауыл хужалығы ла хәҙер донъя баҙарына әүҙемерәк ынтыла башланы һәм бындай предприятиеларҙың һаны ла ишәйә бара. Былтырғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостандың 41 муниципалитетынан 809 компания экспорт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Улар Хөкүмәт тарафынан да ярҙамһыҙ ҡалмай: былтыр 10 муниципалитеттағы 32 компания республика ҡаҙнаһынан продукцияны сит илдәргә ташыуға киткән транспорт сығымдары өсөн субсидия алған.Аграр тармаҡ коллективтары үҙ продукцияһын сит ил ҡулланыусылары алдында танытыу буйынса эштә лә йылдан-йыл юғарыраҡ кимәлгә күтәрелә. Быйыл ғына ла, мәҫәлән, 14 муници­палитеттың 126 предприятиеһы 24 халыҡ-ара күргәҙмәлә һәм бизнес-миссияла ҡатнашҡан. Был сараларға Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына экспорт буйынса ярҙам үҙәге етәкселек итте. Ә ике муниципалитеттың алты предпри­ятиеһы һигеҙ халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнашыу өсөн “Рәсәй экспорт үҙәге” акционерҙар йәмғиәтенең ярҙамын алыуға өлгәшкән. Ун муниципалитеттағы 23 ауыл хужалығы предприятиеһы – Бөтә Рәсәй “Йыл экспортеры” төбәк-ара конкурсында уңышлы сығыш яһаған коллективтар.Тәүге аҙым яһағанда ярҙам кәрәк“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты Башҡортостанда үҙ эсенә биш төбәк проектын ала һәм уларҙы финанслау өсөн ҡаҙнанан 4 миллиард 782 миллион һумдан ашыу бүлеү ҡаралған. Ошо милли проекттың төп йүнәлештәренең береһе – донъя баҙарына республикала етештерелгән конкурентлыҡҡа һәләтле тауар сығарыу.Быйыл бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ошо эшмәкәрлегендә ярҙам күрһәтеү дауам иткән: 32 предприятиеға донъя баҙарына сығыу өсөн транспорт сығымдарына 27,7 миллион һум субсидия бирелгән. Халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә һәм бизнес-миссияларҙа иҡтисадтың ошо өлкәһенә ҡараған 126 компания йәмғеһе 24 тапҡыр ҡатнашҡан һәм һөҙөмтәлә сит ил фирмалары менән дөйөм суммаһы 276,2 миллион һумлыҡ 63 килешеү төҙөүгә өлгәшкән.Маҡсат – экспортерҙар һанын ике тапҡырға арттырыуБашҡортостандың экспорт ҡеүәте йылдан-йыл арта бара. Дөрөҫ, быйылғы тәүге айҙарҙа тышҡы сауҙа әйләнеше күпме­гәлер кәмегән. Әммә ҡайһы бер ҙур пред­приятиеларҙағы үҙгәртеп ҡороуҙар артабан экспорт йүнәлешендә йылдамыраҡ алға барыу өсөн башҡарыла. Республика Хөкүмәте 2024 йылға экспортерҙар һанын ике тапҡырға арттырыу бурысын ҡуйған.Донъя баҙарына оҙатылған һәм сеймалға, шулай уҡ энергетика тармағына ҡарамаған продукция был осорға 3,8 миллиард, ә хеҙмәтләндереү төрҙәрен экспортлау 0,45 миллиард долларға етергә тейешле.Әлеге көндә донъя баҙарына беҙҙең төбәктән оҙатылған тауарҙың 45 проценты сеймал етештереүгә ҡарамаған тармаҡ­тарға тура килә. Ошо йүнәлеште тиҙләтеү маҡсатында Башҡортостан Башлығы ҡарамағында Экспортты үҫтереү буйынса йәмәғәтселек советы ойошторолдо, Башҡортостандың Экспорт каталогы һәм Экспорт картаһы булдырылды. Беҙҙең республика экспортты алға ебәреүҙең берҙәм системаһына тоташтырылған. Рәсәйҙең сит илдәрҙәге сауҙа вәкиллек­тәрендә Башҡортостандың экспорт ҡеүәтенең исем туйҙары даими үткәрелеп килә. Бынан тыш, республиканың донъя баҙарына йөҙ тотҡан предприятиелары күсмә сараларҙы ла йыш ойоштора.
Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН
Читайте нас