Парламент рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, быйылғы сығышта төп иғтибарҙың демография һәм ябай халыҡ йәшәйешенең кимәлен арттырыуға бүленеүен ғәмәлдә дөрөҫ аҙым тип билдәләй.
Башланғыс класс уҡыусыларын мәктәптә бушлай ашатыу, юғары уҡыу йорттарында бюджет урындарын арттырыу ҙа күптән көнүҙәк булған тема. Был мәсьәлә буйынса һәр һайлау һайын мөрәжәғәт итәләр, ти Рөстәм Ишмөхәмәтов. Вице-спикер Владимир Путиндың Конституцияны үҙгәртеү тураһындағы тәҡдименә лә үҙ фекерен белдерҙе.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова әйтеүенсә, демография күрһәткестәрен яҡшыртыу өсөн экология проблемалары хаҡында ла онотмаҫҡа кәрәк.