Яйыҡ
+25 °С
Облачно
Новости
16 Января 2020, 07:15

Донъяла танылыу алабыҙ

Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты экспортҡа продукция етештереүҙе арттырыуға арналған кәңәшмә үткәрҙе. Кәңәшмәлә республикабыҙҙа ныҡышмал, сифатлы продукция етештереү менән дан алған компанияларҙың бөгөнгө хәле һәм уларға дәүләт ярҙамы тураһында һүҙ барҙы. Экспорт нимәнән башлана? Әлбиттә, белем алыуҙан, – тине үҙенең сығышында “Башҡортостан Республикаһының экспорт­ҡа йүнәлеш тотҡан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеүҙе көйләү үҙәге” коммерцияға ҡарамаған акционерҙар йәмғиәте директоры Илдус Хәлитов. Ул эшҡыуарҙарға финансҡа бәйле булмаған ярҙам төрҙәренә туҡталып үтте. Ысынлап та, донъя баҙа­рына сығыу өсөн хөкүмәттең аҡсалата ярҙамы ғына етмәй. Был субсидияны те­йешенсә, йәғни табышҡа ыңғай һөҙәмтәһе булырлыҡ итеп тотона белергә лә кәрәк бит әле. Тимәк, иң мөһиме – белем.Әлеге Үҙәк экспорт мәсьәләһе буйынса консультация үткәрә, сит илдәрҙә партнерҙар табыша, килешеү төҙөргә өйрәтә, тәржемәселәр әҙерләй, күсмә саралар ойоштора... Әйткәндәй, республика эшҡыуарҙары менән ошондай күсмә кәңәшмәләрҙе был Үҙәк Вьетнамда, Төркиәлә, Мысырҙа, Иранда, Канадала һәм башҡа илдәрҙә үткәреп өлгөргән дә инде. Былтыр ундай саралар алты тапҡыр үткәрелһә, быйыл 25-тән ашыу булған.

Читайте нас