Яйыҡ
+22 °С
Ясно
Новости
16 Января 2020, 06:10

Керәшен төнө күңелдәрҙе сафлар мәл

Боронғо ғөрөф-ғәҙәт буйынса Рәсәйҙең бөтә төбәгендәге йылға һәм күлдәрҙә тәре рәүешендә мәке уйыла, уны "иордани" тиҙәр. Бындай мәкеләр тирәләй тәре һәм күгәрсен һынында боҙ скульптуралары урынлаштырыла. Мәкелә һыу инеү йолаһы "Иорданиға барыу" тип атала.2020 йылда байрам уңайынан ҡала-районыбыҙҙа ла мәкеләр уйыласаҡ.Учалы ҡалаһында – ҡала быуаһында. Учалы ауылы биләмәһендә – Өргөн күлендә һәм Миндәктә Мәсәлә күлендә.Республика Башлығы Радий Хәбиров район башлыҡтарына ла мәке уйылған ерҙәрҙә хәүефһеҙлек күҙәтергә бойороҡ бирҙе

Христиандарҙың төп байрамдарының береһе - Керәшен һыуығы... Ул 19 ғинуар алдынан башлана. Беҙ бәләкәй саҡта ололарҙан: “Керәшен етә, көн ныҡлап һыуытыр инде. Алыҫ юлға сыҡмай тороуың хәйерле”, - тип һөйләнгәндәрен йыш ишетергә тура килә ине. Һәм ысынлап та, ошо көндө һәм унан һуң да һауа торошо ысынлап та һалҡын була. Әммә һуңғы йылдарҙа тап киреһе күҙәтелә. Нисә йыл рәттән көн йылы тора, әйткәндәй, был юлы ла синоптиктар йылы буласаҡ, тип вәғәҙәләй. Әлбиттә, изге байрамға ниндәй ҙә һауа торошо ҡамасауламай. Барыһына ла мәғлүм, православие динендәгеләр Крещениела ҡылған төп йолаларҙың береһе - мәкегә төшөп сумыу. Был йолаға ике мең йыл. Ә байрам үҙе Иисус Христостың ерҙәге тормошо - Иордан йылғаһы һыуҙарында Крещение тураһындағы иҫтәлеккә булдырылған. Инжилға ярашлы, 19 ғинуарҙа Иисус Христос йылғаға килә, һәм Иоанна Предтечиҙан бөтә халыҡ менән һыуҙа тәүге ҡатнашыуҙы ҡабул итә. Был ваҡиға православие динендәге христиандар араһында крещение йолаһына башланғыс һала. Рәсәйҙең климаты, Иисус йәшәгән ер менән сағыштырғанда, хәтһеҙ айырылһа ла, Крещение көнөндә мәкегә төшөп һыу инеү йолаһы әле лә һаҡлана. Был байрамды Аллаһтың күренеүе, тип тә атайҙар. Дини ышаныуҙар буйынса тап ошо төндән алып бөгөнгө төнгә тиклем барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала.
Боронғо ғөрөф-ғәҙәт буйынса Рәсәйҙең бөтә төбәгендәге йылға һәм күлдәрҙә тәре рәүешендә мәке уйыла, уны "иордани" тиҙәр. Бындай мәкеләр тирәләй тәре һәм күгәрсен һынында боҙ скульптуралары урынлаштырыла. Мәкелә һыу инеү йолаһы "Иорданиға барыу" тип атала.
Христиандар мәкегә төшөп баштарына тиклем сума ла суҡына һәм "Ата, һәм ул, һәм Изге Рух хаҡына!" тип әйтә. Христиандар фекеренсә, был йола төрлө ауырыуҙан һәм сырхауҙан һауығыуҙа, күңел таҙарыуына булышлыҡ итә. Элегерәк былай тигәндәр: "Тән һыу менән ҡойонғас һәм таҙарынғас, Христос кешенең күңелен дә бөтә гонаһтарҙан таҙартасаҡ".
2020 йылда байрам уңайынан ҡала-районыбыҙҙа ла мәкеләр уйыласаҡ.
Учалы ҡалаһында – ҡала быуаһында. Учалы ауылы биләмәһендә – Өргөн күлендә һәм Миндәктә Мәсәлә күлендә.
Республика Башлығы Радий Хәбиров район башлыҡтарына ла мәке уйылған ерҙәрҙә хәүефһеҙлек күҙәтергә бойороҡ бирҙе.
Һыу инеү урындарында Эске эштәр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары һәм ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре эшләйәсәк. Һыуға сумыу урыны хәүефһеҙлек тәьмин итеү маҡсаты менән баҫҡыстар менән йыһазландырыласаҡ. Шулай уҡ кейемде алмаштырыр өсөн йылытылған палаткалар һәм эҫе сәй ойоштороу ҡаралған.
Иисус Христос эҙенән барыусылар Ураҙа, Ҡорбан Ғәйеттәрен билдәләгән кеүек, был көндө Мөхәммәт пәйғәмбәр (с.ғ.с.) өммәтенән булған ҡайһы бер мосолмандар ҙа носраниҙар менән бергә ҡышҡы һыуҙа ҡойона. Был төндә һыуға сумған мосолман ҡәрҙәштәр дини тәғлимәттәр айырым булһа ла, маҡсаттарҙы уртаҡ, тип иҫәпләй. Христиандар байрам көнөндә тағы изге һыу әҙерләй. Уны сиркәүҙә, шулай уҡ йортта крандан алалар. Крещениела алынған һыу айырым үҙенсәлектәргә эйә, тиҙәр. Ул тәме һәм төҫө буйынса йыл дауамында бер төрлө булып ҡала һәм хатта был һыу, башҡа көндәрҙә алынған һыуға ҡарағанда, боҙолмай. Шуға күрә элек-электән Крещение һыуын һаҡлау йолаһы бар, уны йыл дауамында һаҡлағандар һәм уға иң изге нәмәгә ҡараған кеүек мөғәмәлә иткәндәр. Был һыу предметтарҙы изгеләндереүҙә, психик ҡаҡшауҙан һәм физик хәлһеҙлектән һәм арыуҙарҙан арыныуҙа, дошмандан һәм ҡара көстәрҙән йортто һаҡлауҙа һәләтле, тип һанағандар.
Читайте нас