Яйыҡ
+18 °С
Ясно
Новости
16 Января 2020, 10:50

 Виктор Цойҙың шәхси әйберҙәре ҙур килем килтергән

Былтыр Мәскәүҙәге "Литфонд" аукцион йортонда билдәле рок йырсыһы, “Кино” төркөмө етәксеһе Виктор Цойҙың шәхси әйберҙәрен һаталар. Уның паспортына тәүҙә 2,5 миллион һум һорағандар, аҙаҡ хаҡы өс тапҡырға арта

Былтыр Мәскәүҙәге "Литфонд" аукцион йортонда билдәле рок йырсыһы, “Кино” төркөмө етәксеһе Виктор Цойҙың шәхси әйберҙәрен һаталар. Уның паспортына тәүҙә 2,5 миллион һум һорағандар, аҙаҡ хаҡы өс тапҡырға арта. Документты Санкт-Петербургта йәшәүсе бер кеше үҙенең һыуытҡысы артында тапҡан тип белдерә, ысынбарлыҡта Цой уны 1987 йылда Мәскәүҙә вокзалда урлатҡан булған. Быны кино режиссеры Рәшит Ноғманов раҫлай. Паспорт йырсыға 16 йәшендә 8 айға һуңлатып бирелгән, унда Марианна Родованская менән никахта тороуы тураһында яҙма бар. Документты хоҡуҡ һаҡлаусылар тикшергән һәм уның ысын булыуын дәлилләгән.Бынан тыш Цойҙың блокноты 3 миллион һумға, “Хочу перемен!” йыры ҡараламаһы 3,6 миллион һумға баһаланған.
Читайте нас