Ҡот осмалы хәл. Күрше Силәбе өлкәһендә сауҙа нөктәләрендә составында мышаяҡ (үлемесле ағыулы матдә) булған снюс менән һатыу иткәндәр. Әлеге ваҡытта Роспотребнадзор тикшереү башлаған. Мәғлүм булыуынса ҡайһы бер магазиндарҙа снюстың никотинһыҙ аналогын һатҡандар. Экспертизанан һуң 44 тауарҙа мышаяҡ барлығы асыҡланған. Ошо осраҡ буйынса тикшереү дауам итә, факттар буйынса административ эш асылған. Енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында һорау хәл ителә.