Башҡортостанда былтыр агросәнәғәт комплексы тауарҙарын ситкә һатыу буйынса йыллыҡ план арттырып үтәлгән.
Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылдың 1 декабренә республика 92,5 миллион долларлыҡ ауыл хужалығы продукцияһын ситкә һатҡан. Был күҙалланғандан юғарыраҡ күрһәткес. Теүәл һөҙөмтәләр февралдә әҙер буласаҡ.
Белгестәр әйтеүенсә, былтыр экспортланған тауарҙарҙың структураһы ла үҙгәргән. Быға тиклем беҙ күберәк иген һатһаҡ, әле уның өлөшө 43,5 процентты тәшкил итә.
Башҡортостандың аграр тармағы тауарҙары БДБ дәүләттәренә, Төркиәгә, Иранға, Монголияға һәм Балтика буйы илдәренә һатыла. Ҡытай баҙарына сығырға ла әҙербеҙ.
Рәсәйҙә ғәмәлгә ашырыла башлаған "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы, экспортлаусыларҙы дәртләндереү һәм уларға булышлыҡ итеү маҡсатында республика программаһы ла ҡабул ителде. Ул "Башҡортостанда экспортты үҫтереү" проекты буйынса ғәмәлгә ашырыла. Былтыр 39 предприятие ошо программала ҡатнашҡан.