Яйыҡ
+10 °С
Облачно
Новости
19 Января 2020, 06:51

2020 йылдың ғинуар айы ғәҙәттән тыш йылы булыуы менән айырылып тора.

Уртаса тәүлек һауа температураһы ғәҙәти күрһәткестәрҙән 10 градусҡа юғары килә икән.Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисәнгенән, йәғни 18 ғинуарҙан атмосфера баҫымы күтәрелә башланы. Һауа температураһы бер аҙ түбәнәйәсәк, тип вөғәҙә итәләр: һауа температураһы төндә -2,-7, аяҙытҡанда -10,-15 градус була, көндөҙ 0,-5 градус көтөлә.“Гисметео” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, киләһе аҙнала республикала көндөҙ -4,-6 градус буласаҡ. Аҙна аҙағында көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы фаразлана: көндөҙ -11, төндә -15 градусҡа тиклем. Бирһен Хоҙай, тип теләп ҡалабыҙ, юғиһә ҡышҡыға әҙерләнгән һуғым иттәре лә епшей башланы бит. Әммә саманан тыш һыуытмаһын да ине инде, рәхәт (йылы) тормошҡа кеше тиҙ өйрәнә бит!Илфат Янбаев

Уртаса тәүлек һауа температураһы ғәҙәти күрһәткестәрҙән 10 градусҡа юғары килә икән.
Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисәнгенән, йәғни 18 ғинуарҙан атмосфера баҫымы күтәрелә башланы. Һауа температураһы бер аҙ түбәнәйәсәк, тип вөғәҙә итәләр: һауа температураһы төндә -2,-7, аяҙытҡанда -10,-15 градус була, көндөҙ 0,-5 градус көтөлә.
“Гисметео” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, киләһе аҙнала республикала көндөҙ -4,-6 градус буласаҡ. Аҙна аҙағында көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы фаразлана: көндөҙ -11, төндә -15 градусҡа тиклем. Бирһен Хоҙай, тип теләп ҡалабыҙ, юғиһә ҡышҡыға әҙерләнгән һуғым иттәре лә епшей башланы бит. Әммә саманан тыш һыуытмаһын да ине инде, рәхәт (йылы) тормошҡа кеше тиҙ өйрәнә бит!
Илфат Янбаев
Читайте нас