Яйыҡ
+18 °С
Ясно
Новости
20 Января 2020, 11:40

Айыу йоҡонан уянған

Иглин районының Еләкле ауылы халҡы көтмәгәндә айыуға тап булған. Социаль селтәрҙә кешеләрҙең хъәүефләнеп яҙылған яҙмаларын уҡырға була. Ауыл халҡы иғтибарлы булырға, балаларҙы ҡарауһыҙ йөрөтмәгеҙ, тип иҫкәртә."Тиҙ генә балаларға һәм ата-әсәләргә хәбәр еткерегеҙ, ауылда ҡоторған айыу йөрөй. Һаҡ булығыҙ", - тип урындағы сайттарҙа яҙалар.Тайыштабанды Озерный һәм Нкрасов урамдарында күргәндәр. Әммә, хайуандың ҡоторғанмы юҡмы икәнен аныҡ ҡына әйтеп булмай. Иглин районы ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәре БР Экология министрлығына айыуҙың ҡоторғанмы юҡмы икәнен белеү өсөн тоторға ярҙамлашыуҙарын һорап мөрәжәғәт иткән.Тейешле анализ алғандан һуң ғына айыуҙың ауырыумы икәнен белеп буласаҡ. Дәүләт инспекторҙары әлеге ваҡытта ветстанция хеҙмәткәрҙәре меәнн берлектә ваҡиға урынында эшләйҙәр. Белгестәр фекеренсә, айыуҙы йоҡоһонан уянырға аномаль йылы һауа торошо мәжбүр иткән.

Иглин районының Еләкле ауылы халҡы көтмәгәндә айыуға тап булған. Социаль селтәрҙә кешеләрҙең хъәүефләнеп яҙылған яҙмаларын уҡырға була. Ауыл халҡы иғтибарлы булырға, балаларҙы ҡарауһыҙ йөрөтмәгеҙ, тип иҫкәртә.
"Тиҙ генә балаларға һәм ата-әсәләргә хәбәр еткерегеҙ, ауылда ҡоторған айыу йөрөй. Һаҡ булығыҙ", - тип урындағы сайттарҙа яҙалар.
Тайыштабанды Озерный һәм Нкрасов урамдарында күргәндәр. Әммә, хайуандың ҡоторғанмы юҡмы икәнен аныҡ ҡына әйтеп булмай.
Иглин районы ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәре БР Экология министрлығына айыуҙың ҡоторғанмы юҡмы икәнен белеү өсөн тоторға ярҙамлашыуҙарын һорап мөрәжәғәт иткән.Тейешле анализ алғандан һуң ғына айыуҙың ауырыумы икәнен белеп буласаҡ. Дәүләт инспекторҙары әлеге ваҡытта ветстанция хеҙмәткәрҙәре меәнн берлектә ваҡиға урынында эшләйҙәр.
Белгестәр фекеренсә, айыуҙы йоҡоһонан уянырға аномаль йылы һауа торошо мәжбүр иткән.
Читайте нас