Әгәр һиңә бөгөн ҡыйын икән,Ҡайғыларға ҡаза өҫтәлһә,Эс бошорғос һағыш сорнап алһа,Йоҙороҡлап һуҡ та өҫтәлгә,Бөтә ауырлыҡҡа әйт һүҙеңде:- Рәхәт кенә мине еңмәҫһең!Юғалтманым әле мин үҙемде,Бер еңелһәң, кире килмәҫһең!...Әгәр ауыр икән – сиге булыр,Киләсәккә өмөт бағлағыҙ,Бары ҡул ҡаушырып, баш эймәгеҙ,Өр-яңынан йәшәй башлағыҙ!Төшөнкөлөк тигән яуыз ҡорттоҮрләтмәгеҙ берүк күңелгә,Яратығыҙ, йәнә ышанығыҙ!Өмөт менән ауыр түгел дә!Ф. Абдуллина