Яйыҡ
+21 °С
Ясно
Новости
20 Января 2020, 17:28

Хәүефле ҡунаҡ

Ҡунаҡ шәрәмәте эскәндән һуң хужаның автомобилен алып китә.

Был хаҡта БР буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итте. Уральск ҡасабаһында көн күргән яҡташыбыҙға Учалы ҡалаһынан 32 йәшлек, быға тиклем дә хөкөм ителгән танышы килә. Эсәләр. Һуңынан хужа абайламай ҙа ҡала, ҡунаҡ уның ВАЗ-2107 автомобилен ҡабыҙып сығып китә. Иҫерек булыуына һис тә иҫе китмәй уның, руль артына ултыра. Тәфтиш алып барыусыларҙың версияһы буйынса, был транспортты һатырға ла самалай, әммә моторы һүнгәс, юл сатында ҡалдырып китә. ВАЗ хужаһы был әрһеҙ ҡунаҡҡа телефондан шылтырата, автомобилен кире килтереүҙе талап итә, теге тыңламағас, полицияға ғариза яҙған, ти.Әлеге мәл “барымтасы” ҡулға алынған, “урлашыу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, ә автомобиль хужаһына ҡайтарылған.Илфат Янбаев
Читайте нас