21 ғинуар - Ҡосаҡлашыу көнө
21 ғинуар - ҡосаҡлашыу көнө.Ҡосаҡлашыу — үҙе дауа Төшөнкөлөккә бирелеүҙән, стрестан һәм хәүефләнеүҙән дарыу төймәһе йәки башҡа дауа ярҙамында ғына түгел, ә күңелде күтәрерлек, йылылыҡ өҫтәүсе башҡа ысулдар менән дә ҡотолорға мөмкин. Ғалимдар раҫлауынса, медитация һауыҡтырыу көсөнә эйә. Әммә күптән түгел тағы ла һөҙөмтәлерәк алым табылған, ул — ҡосаҡлашыу. 21 ғинуарҙа таныш булмаған кеше һеҙҙе ҡапыл ҡосаҡлап алһа, аптырамағыҙ, был көндө бөтә донъяла - ҡосаҡлашыу көнө билдәләнә.