Яйыҡ
+13 °С
Облачно
Новости
21 Января 2020, 15:24

Айырылмағыҙ, айырылмағыҙ...

Учалыла 442 туйға 280 айырылышыу тура килгән

Демография тураһында күп һөйләнә башланы, ә бит проблеманың нигеҙ ташы – ғаиләләрҙең ныҡлығы. Һәм был өлкәлә барыһы ла ал да гөл тип һис әйтерлек түгел.Башҡортостанда былтыр 25 064 пар никахлашһа, 15 414 ғаилә тарҡалған. Межгорье ҡалаһында, Көйөргәҙе һәм Өфө райондарында айырылышыусылар өйләнеүселәргә ҡарағанда күберәк булған! Беҙҙең Учалы ҡалаһы һәм районында хәл яҡшыраҡ: 2019 йыл 442 туй һәм 280 айырылышыу теркәлгән.Әлбиттә, ғаилә ағзаһы алкоголик-наркоман , йә, әйтәйек, яһил һуғыш суҡмары икән, ундай ғаиләне һаҡлап ҡалырға ынтылыу ғәҙәттә яҡшы тамамланмай торған. Ә ҡалған осраҡтарҙа, ғаилә именлегенә холоҡһоҙлоҡ, аңлаша алмау йә нәфсе ҡамасаулай икән, теш ҡыҫып көрәшер кәрәк. Хәләл ефет менән көрәштән дә алда, хәләл ефет , балалар өсөн һәм үҙегеҙҙең етешһеҙлектәр менән көрәшегеҙ!Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ғаилә» учреждениеһы Көнсығыш район-ара үҙәгенең Учалы бүлексәһе - Учалы ҡалаһы, Ленин урамы, 4-се йорт, 21-се, 24-се кабинеттар. Контакт телефоны +7 (34791) 6-21-38. Кәңәш тә бирерҙәр, ярҙам да итерҙәр.“Айырылмағыҙ, айырылмағыҙБулһа ла сәбәптәре.Ҡанаттарҙы ҡайыра улАйырылыу ғазаптары”.Илфат Янбаев
Читайте нас