Бөгөн Ҡыйғы районына яңы хакимиәт башлығы тәғәйенләнде. Шулай итеп, таныш булығыҙ: республикала район етәксеһе вазифаһын биләгән беренсе гүзәл зат – Зөһрә Гордиенко.
Зөһрә Гордиенконың кандидатураһын урындағы совет депутаттарына бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим итте. Ул ҡатындың эшлекле һәм һөнәри сифаттарын билдәләне.
– Зөһрә Мәүлетбай ҡыҙы Учалы районынан. Ул ғүмере буйы социаль өлкәлә эшләгән, һуңғы һигеҙ йыл Учалы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫар вазифаһын биләй ине. Ул бик энергиялы етәксе, кандидатураһын хуплауығыҙҙы һорайым, – тине Радий Хәбиров.
Ҡыйғы районы депутаттары бер тауыштан Зөһрә Гордиенконың кандидатураһын хупланы һәм уны район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы тип билдәләне.
Дүрт йыл Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы булып эшләгән Шамил Мөхәмәтдиновҡа Радий Фәрит улы эше өсөн рәхмәт әйтте һәм уға Салауат Юлаев ордены тапшырҙы.
- Шамил Радил улы үҙен яҡшы етәксе итеп күрһәтте, ул артабан Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай аппаратында эшен дауам итәсәк, – тине төбәк етәксеһе. – Республиканың төньяҡ-көнсығышын үҫтереүгә беҙ артабан да ҙур иғтибар бирәсәкбеҙ, Ҡыйғы районында яңы социаль объекттар барлыҡҡа киләсәк. Яңы башлыҡты кешеләргә ҡарата итәғәтле һәм иғтибарлы булырға саҡырам, – тине Радий Хәбиров.
Аҙаҡ был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә лә яҙып сыҡты. "Әйтергә кәрәк, был беренсе ҡарлуғас ҡына! Беҙ артабан да ҡатын-ҡыҙҙарға яуаплы һәм етди вазифалар бирәсәкбеҙ. Бында стериотиптарҙан сығып түгел, ә уларҙың һөнәри һәм кешелек сифаттарына ҡарап эш итәсәкбеҙ", - тине ул.
Уңыштар Һеҙгә, Зөһрә Мәүлетбай ҡыҙы!