Премьер-министр урынбаҫарҙары туғыҙ ҡалды (элек унау ине). Уларҙың алтауһы – яңы кешеләр: Марат Хөснуллин, Виктория Абрамченко, Дмитрий Чернышенко, Алексей Оверчук, Дмитрий Григоренко.Юрий Борисов, Татьяна Голикова, Юрий Трутнев үҙ вазифаларын һаҡлап ҡалды. Иҡтисади блок, көс структуралары һәм баш дипломат үҙгәрештәр кисермәне: сит ил эштәре министры — Сергей Лавров, оборона министры — Сергей Шойгу, эске эштәр министры — Владимир Колокольцев, энергетика министры — Александр Новак, сәнәғәт һәм сауҙа министры —Денис Мантуров, финанс министры — Антон Силуанов, транспорт министры — Евгений Дитрих, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры — Владимир Якушев, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы — Евгений Зиничев, тәбиғәт ресурстары һәм экология министры — Дмитрий Кобылкин, Алыҫ Көнсығышты үҫтереү буйынса министр — Александр Козлов, ауыл хужалығы министры — Дмитрий Патрушев. Хөкүмәттең социаль блогы тулыһынса яңыртылды, тип билдәләй The Bell. Вероника Скворцова һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын Дмитрий Мурашкоға ҡалдырҙы. Яңы мәҙәниәт министры — Ольга Любимова, ул Владимир Медицинскийҙы алмаштырҙы. Мәғариф министры итеп Сергей Кравцов тәғәйенләнде. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин урынына — Антон Котяков. Спорт министрлығын Павел Колобков урынына Олег Матыцин етәкләй. Фән министры – Валерий Фальков, ул Михаил Котюковты алмаштырҙы. Башҡа үҙгәрештәр: Иҡтисади үҫеш министрлығын Максим Орешкин урынына Максим Решетников етәкләй. Элемтә министры Константин Носков урынына Мәҡсүт Шадаев тәғәйенләнде. Юстиция министры Андрей Коновалов урынына Константин Чуйченко тәғәйенләнде.