Яйыҡ
+20 °С
Дождь
Новости
23 Января 2020, 16:35

Алтын төрмәгә илтә

Беҙҙең яҡташ - “вахтовик” урлашып тотолдо.

Байкал арты крайында “вахта” ысулы менән эшләгән бер Башҡортостан кешеһе 3 йылға иркенән мәхрүм ителде. Иптәше менән икәүләп үҙҙәре эшләгән предприятиенан 30 килограмм алтын концентраты урлауҙары асыҡлана. Тыуған яҡтарға ҡайтҡас зиннәтле металды йәшерен рәүештә иретеп алырға йыйынған булалар. Эксперттар фаразы буйынса, ниәттәре ғәмәлгә ашһа, 6 килограмм алтын, 1 килограмм көмөшкә эйә булырҙар ине, баҙар хаҡы яҡынса 18 миллион һум. Әйткәндәй, “алтынды табыуы еңел, бүлешеү ҡыйын” тигән дә иҫкә төшә. Концентратты алып ҡайтҡан хәлдә лә, бүлешкәндә, һатып маташҡанда бары тотолорҙар ине.Илфат Янбаев
Читайте нас