Яйыҡ
+11 °С
Облачно
Новости
23 Января 2020, 12:45

ИҪНӘҮ

Пәйғәмбәребеҙ иҫнәү-ул шайтандан, ә сөскөрөү Аллаһтан, намаз ваҡытында иҫнәргә мәжбүр булһағыҙ, ауыҙығыҙҙы уң ҡулығыҙҙың һырт яғы менән ҡаплағыҙ, тигән (һүҙмә һүҙ түгел). Ошо һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә дәлил итеп беҙҙең ауылда, мин бәләкәй саҡта, булған бер ваҡыйға иҫкә төштө. Бер кеше йыраҡ урманға (10км. бар ул) ат менән барып, эшен бөтөрөп ҡайтып килгәндә, бик шәп ямғыр башланғас, арбанан төшөп, ағас аҫтына йәшенгән. Ямғыр бөтә башлағас, аты янына килһә, арба аҫтында бер 3 йәшлектәр тирәһендәге ҡыҙ бала өшөп , ҡалтырап, илап ултыра, ти. Был ағай уйлап тормаған, баланы тиҙ генә ҡосағына алып йылытҡанда, теге бала әйтә икән: “Ағай, мин баребер йылына алмайым, ауыҙыңа ғына инәйем әле” –тип. Ағай эштең нидә икәнен аңлап, баланы ырғытҡан да , атына ултырып саптырып ҡайтып киткән. Ауыҙына инмәһә лә, ен ҡағылғас, ағай ауырып, тиҙҙән вафат булған. Бына шуның өсөндер бәлки, иҫнәгәндә ауыҙҙы ҡапларға кәрәк.

Зәйтүнә Күсәпова.
Читайте нас