Яйыҡ
+17 °С
Ясно
Новости
23 Января 2020, 12:40

ӨШКӨРӨҮ

Аҡса эшләүсе ҡайһы бер өшкөрөүселәр еңел генә бер-ике белгән доғаһы менән тегеләй-былай өргөләп, ”терелтеп” ҡайтаралар. Үҙем ҡыҙыҡ өсөн, берәй таныш барған ыңғайҙа барып та күргәнем, ишеткәнем дә бар. Әгәр ысынлап килеп файҙаһы булырын теләһәң, уның үҙ ҡағиҙәләрен үтәргә, артығыраҡ мәшәҡәтләнергә кәрәк. Үҙеңде үҙең өшкөрөү, доғалар уҡып бик мөһим (злободневный) теләктәрең менән Аллаһ Тәғәләгә сығынғанда ла яҡынса ошо методты ҡулланыу яҡшы һөҙөмтәләр бирәлер тип уйлайым. ӨШКӨРӨҮ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ (дини китаптарҙан): 1. Өйҙә рухи таҙалыҡ булырға тейеш. Фәрештәләр инһен өсөн картиналарҙы алып ҡуйырға. 2. Сирле кеше амулеттар, талисмапндар йөрөтһә, һалып яндырырға тейеш. 3. Музыка ҡоралдарын бүлмәнән сығарырға. 4. Бүлмәлә шәриғәт ҡағиҙәләрен боҙоусылар йәки алтын нәмә кейгән ирҙәр, тәмәке тартҡан, араҡы эскәндәр, духи һөрткән ҡатын-ҡыҙҙар ҡалмаҫҡа тейеш. 5. Өшкөрөүсе сирлегә һәм бүлмәләгеләргә вәғәз һөйләй, уларҙың йөрәктәрен сафландыра. 6. Ауырыу (ҡатын-ҡыҙ) үҙен тыйнаҡ һәм оялсан тоторға тейеш, кейеме шәриғәт ҡушҡанса булмаһа, өшкөрөү процесы башланмай. 7. Ҡатын-ҡыҙ макияжын һөртә, тәнендәге хушбый, лак бөтөрөлә, тырнағын киҫә. 8. Ҡатын-ҡыҙҙы дауалағанда йәнәшәлә яҡын туғаны (атаһы, ағаһы, балиғ йәшендәге улы һ.б.) булырға тейеш. Сит ирҙәрҙән - өшкөрөүсе генә. 9. Өшкөрөүсе һәм ҡалғандар тәһәрәтле булырға һәм Аллаһ Тәғәләнән ярҙам һорарға тейеш. Шунан ғына өшкөрөү башлана.

Шайтандарҙан бындай аяттар ҡулланыла: Фәтихә, Баҡара 163-164, 255, 285-286, Ғыймран 18-19, Әнғәм 4-56, 117-122 бер нисә мәртәбә ҡабатлана, Йософ 81-82 шулай уҡ ҡабатлана, Та һә 69 ҡабатлана, Мөэминин 115-118, Йәсин 1-10, Әхнәф29-32, Рахмән 33-36, Ендәр 1-9, Ихлас, Фәләҡ, Нәс. Һыу өҫтөндә түбәндәге аяттар уҡыла: Йосыф 81-82, Әғрәф 117-122, Та һә 69, Баҡара 255. Ауырыу һыуҙы эсергә тейеш. Әгәр ул һары, ҡыҙыл йәки ҡара төҫтәге шыйыҡса ҡоҫһа, ауырыу (сихыр, күҙ тейеү, шайтан, негатив) сыҡҡан була. Әгәр ҡоҫмаһа, был һыуҙы өс аҙна дауамында, йәки терелгәнсе эсергә кәрәк. Был мәғлүмәтте дин ғалимдәре вәғәҙҙәренә таянып яҙҙым. Минең әнкәйем дә өшкөрә ине, өйрәнеп ҡалмағанмын.Тыны шифалы, тип әсәйгә өшкөртөргә һәм ҡот ҡойорға ла күп киләләр һәм хәлдәре яҡшылана ине. Ҡөрьән сурәләре менән өшкөрә ине. Өйҙәге ҡалын Ҡөрьән күп уҡыуҙан туҙып бөтө. Өшкөрөү - инандырыу, тип әйткәндәрен ишеткәнем бар. Ә бит мал-тыуарҙы инандырып булмай. Әсәйҙең өшкөреүенән һуң, ауырып, дүрт аяғын һуҙып, ауыҙынан күбектәрен ағыҙып ятҡан быҙауҙың тороп китеүенә үҙем шаһит. Өшкөрөүҙе бик етдилек, төплөлек менән башҡара ине ул. Был быҙау менән булған хәлдә, әсәйем әйткән ине: “Ҙур доғаларҙы кистән етешәр мәртәбә, тағын да төндә ике рәт тороп, шул тәртиптә уҡыным”, тип. Иртән хужалар: “Апай, быҙау аяҡҡа баҫҡан”, - тигәс, әсәйем бик шатланған ине.. Балаларҙы күҙ тейгәндән өшкөргәндә (әле иҫәпләп сыҡтым) кәрәк доғаны 35 мәртәбә уҡып, 105 тапҡыр өрә ине (тәненең төрлө еренә етешәр ҡат). Арып, ятып ала торған ине. Өшкөргәндә иҫнәһә, иблис ҡомасаулай, ти ине. Ҡайһы берәүҙәр тоҙға өшкөртәләр ине. “Ярҙам итте, апай”, - тип ҡабат килеп күстәнәс килтереп, рәхмәт әйтәләр ине. Тәрилкә ситенә ҡәләм менән сурәләр яҙып биргәндәре иҫемдә, ошо тәрилкәгә аш һалып иренә эсерергә ҡуша ине (ул яратһын өсөн).Ул дөрөҫ булған икән. Хәҙер ғалимдар тоҙҙоң , һыуҙың мәғлүмәт тотҡанын иҫбатланылар бит.
Зәйтүнә Күсәпова.
Читайте нас