Студент йылдары - ғүмерҙең иң сағыу, иң дәртле, иң бәхетле һәм онотолмаҫ мәлдәренең береһе. Бындай мөғжизәле йылдар йөрәк түрендә яҡты хәтирәләр булып һаҡланһын өсөн, ең һыҙғанып уҡыуҙан тыш, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыу ҙа мөһим. Студент хаҡындағы бер төн эсендә "ҡытай телен өйрәнә һәм ярты йыллыҡ белемде үҙләштерә" тигән лаҡап бер аҙ шыттырыу булһа ла, дөрөҫлөктән артыҡ ары тормай. Өлгөрлөк буйынса уларҙан көнләшергә генә ҡала, ана бит, бөгөнгө студенттарыбыҙ ҙа бер юлы белем алып та, шул арала төрлө сараларҙа ҡатнашырға өлгөрә.Бөгөнгө әңгәмәбеҙ "студент һурпаһын" апаруҡ һемереп өлгөргән Санкт-Петербург Тау университетының 5 курс студенты Азалия Ғиләжева менән.Азалия 3-сө лицейҙа тик яҡшы билдәләргә генә уҡый, мәктәп, район, республика кимәлендә уҙғарылған төрлө конкурс-олимпиадаларҙан ситтә ҡалмай. Тырыш, бар яҡтан килгән ҡыҙ гимназия тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Йыш ҡына "Берҙәм ғаилә" тип аталған йәш ғаилә клубына саралар үткәрергә ярҙамлаша. Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаған, математика фәненә ылыҡҡан Азалия Санкт-Петербург Тау университетының төҙөлөш факультетына уҡырға инә. Унда ла яҡташыбыҙ үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. "Аманат" Башҡорт йәштәре ассоциацияһы тормошонда әүҙем ҡатнаша. - Буш ваҡытым бик аҙ ҡала. Ә шулай ҙа ул минуттарҙы файҙалы үткәрергә тырышам, - ти тырыш ҡыҙыҡай. Азалия кеүек өлгөлө йәштәребеҙ булғанда киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө. Байрам уңайынан барлыҡ студенттарҙы байрам менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, уҡыуҙарында уңыштар, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйһе килә.