Зәңгәр экрандар аша Максим Галкиндың "Лучше всех" тапшырыуын һеҙ ҙә яратып ҡарайһығыҙмы, дуҫтар? Әлегә шоуҙа илебеҙҙең төрлө тарафтарынан килеп, телгә, йыр-бейеүгә оҫта, спорт яратыусы, тарих, география менән ҡыҙыҡһыныусы, ғөмүмән, ниндәй булһа ла һәләтле булған ҡыҙҙар-малайҙар сығыш яһай. Әле яңыраҡ ҡына унда ҡалабыҙҙан 4 кенә йәшлек Роман Мөслимов ҡатнашып ҡайтты. Максим Галкинға ул яттан «Бородино» шиғырын ятлаған. Алып барыусы Романды ныҡ оҡшатып, уға хатта "Лего" конструкторын бүләк иткән. Ни өсөн "Лего" тигәндә, малай констукторҙар йыйыу менән мауыға, ябайҙарын түгел, ә ҡатмарлыларын да "һә" тигәнсе төҙөп ҡуя. Әсәһе Альбинаның әйтеүенсә, Роман 3 йәштә үк уҡырға өйрәнеп, шиғыр ятлай башлаған. -Тота килеп, теләһә ниндәй шиғырҙы ла ятламай ул, тәрән мәғәнәле, фәҡәт үҙенең күңеленә ятҡандарын ғына һайлай ул, - ти әсәһе.Бала А.С.Пушкиндың «У лукоморья дуб зеленый» һәм Мостай Кәримдең «Рус түгелмен, ләкин россиянмын» шиғырҙарын яратып башҡара. Яратҡан китаптарының береһе - "Алтын асҡыс, йәки Буратино мажаралары".Ғөмүмән, Мөслимовтар ғаиләһендә олоһонан кесеһенә тиклем барыһы ла эште яҡшы итеп, еренә еткереп эшләп өйрәнгәндәр. Ғаилә башлығы Марат Мөслимов Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының автоматлаштырыу һәм метрология цехы начальнигы, баш метролог вазифаһын биләй. Альбина Анатольевна ошо уҡ цехта начальник урынбаҫары. Өлкән улдары Владислав Ҡазан энергетика институтында белем ала. Тик яҡшы билдәләргә генә уҡый икән. Ҡыҙҙары Валерия 3-сө лицейҙың 8-се класы уҡыусыһы, шулай уҡ тик "бишле" билдәләренә генә өлгәшә, спорт менән дуҫ, оҙаҡ йылдар театр түңәрәгендә шөғөлләнгән. Әйткәндәй, тап Валерия апаһы малайҙа Мәскәүгә барыу теләге уята - ул уҙған йылда Президент шыршыһында ҡатнаша. - Шул ваҡыттан бирле Мәскәүгә барыу теләге менән янды һәм теләген бойомға ашырҙы, - ти Альбина Анатольевна, улы менән ғорурланып. Һөйкөмлө, бер туҡтауһыҙ тәтелдәгән малайҙы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Максим Галкин һәм Беренсе канал хеҙмәткәрҙәре лә яратып өлгөрә. Балалар менән эшләүсе психолог уны хатта: "Уникаль бала", - тип аптырауын йәшермәй. Шулай уҡ Максим Галкинға Роман үҙенең Учалынан килеүе, Башҡортостаныбыҙың 100 йыллыҡ юбилейы үтеүе, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәримгә лә 100 йыл тулыуы хаҡында ентекләп һөйләп бирә. Галкин да уға Мостай ағайҙың ижадын хөрмәт итеүен әйтә. 4 йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, малай һис оялап, тартынып тормай, алып барыусы менән тиҙ уртаҡ тел таба. “Роман үҙенең төрлө темаларға әңгәмәләшә алыуы менән Максим Галкинды хайран итте. Һайлап алыу турында уҡ Романды күреп, һоҡланыуын йәшермәне”, - ти Альбина Мөслимова.Тапшырыуҙың ҡасан эфирға сығыры әлегә билдәһеҙ, зәңгәр экрандарҙан күҙәтеп барығыҙ.