Күрше районда 2018 йылдан барған тәфтиш тамамланып, ошо көндәрҙә суд процесы башланды. . Үкенескө ҡаршы, учалыларға ла тура ҡағылышлы, шуға ла ентекләп яҙабыҙ.Верхнеуральск ҡалаһында 2001-2016 йылдарҙа араҡы-ликер заводы эшләгән була. Һуңынан ябыла, әммә бөтә ҡорамалдар консервацияланып урында ҡалдырыла.Өс мут пенсионер ҡатын башбаштаҡлы рәүештә шул заводты йәнә сафҡа индерәләр, урындағы кешеләрҙән эшселәр ҙә яллайҙар бит әле! “Аҫтыртын” тип яҙырға ҡул бармай – тоташ заводтың эшмәкәрлек алып барыуы нисек кенә күренмәһен инде... 2017 йылдың ноябренән 2018 йылдың мартына тиклем осорҙа 40 меңдән ашыу шешә араҡы етештерәләр һәм сауҙаға сығаралар. Тағын да 90 мең шешә тултырылыу өҫтөндә булған, полиция ҡыҫылыуы ғына кәртә ҡуя.“Хәмербикәләр” өс енәйәт статьяһы буйынса ғәйепләнделәр: айырыуса ҙур күләмдә келәймә һуғылмаған (маркировкаланмаған) алкоголь продукцияһы етештереү, маркировка өсөн күрәләтә ялған махсус маркалар (акциз билдәһе тураһында һүҙ бара) ҡулланыу һәм законһыҙ рәүештә сит тауар знагын файҙаланыу. Был спиртлы “йыуышҡының” сифатын, хәүефһеҙлеген бер кем дә тикшермәй, әммә “хөкүмәт шишәһе” һәм билдәләре менән һатылғас, күптәр шикләнмәйенсә һатып алғандарҙыр инде. Ә суррогат һәм фальсификат хәмер 90-сы йылдарҙа күрше өлкәнән Учалы районына һаҫыҡ һәм буръяҡ даръя булып аҡты. Күрәһең, аҙаҡ та туҡтамағандар. Магазиндарҙа һатылған хәмер бер шикелсә контроль аҫтында тора, ә бына ауыл спекулянттарында тап ошондай, химик составын эт тә белмәгән “араҡы” булыуы бик тә ихтимал. “Талҡалала” етештерелгән “араҡының” химик составы тураһында бер ни хәбәр ителмәне....Әйткәндәй, заман кеҫә телефондарында махсус программа бар: хәмер шешәһенең тышындағы акциз маркаһын фотоға төшөрһәң, теркәлгәнме-юҡмы икәнлеген йәһәт интернеттан ҡарап бирә. Ағыуланыуҙан ниндәй ҙә булһа гарантия инде.